Башҡортостан химия сәнәғәте продукцияһы менән ғорурлана. Ҡыҙғылт-һары ҡаплы сода һәр ерҙә тиерлек билдәле һәм донъялағы күп кенә илдәрҙә һатыла.
Һәм тағы Рәсәй Федерацияһының Беларусь Республикаһындағы Сауҙа вәкиллегендәге Башҡортостандан вәкиле Константин Климиндың әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә “Зифа”, "Нур” кер йыуыу порошоктары “Евроопт” белорус сауҙа селтәре кәштәләренә ҡуйылды. Был сауҙа селтәренә 1091 магазин ҡарай. Ә был порошоктарҙы Стәрлетамаҡтан “Эколь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етештерә. Предприятие йыл һайын 47 мең тонна порошок әҙерләй һәм былтыр 15 тонна продукцияны экспортҡа сығара.
Былтыр Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы барышында 50 миллион һумлыҡ килешеүгә ҡул ҡуйылды. Һөҙөмтәлә 2023 йыл буйына “Эколь” предприятиеһы кер йыуыу порошогын Беларусь Республикаһына ташыясаҡ.
Фото: resbash.ru