Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туймазы районында илдәге тәүге йыһаз кластерының төп резиденты – “Корона” компанияһы производствоһының икенсе сиратын сафҡа индереүҙә ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы айына 20 мең дана матрас етештерелгән производствоны ҡарап сыҡты, сығарылған йыһаз ассортименты менән танышты, “Корона” коллективын яңы цехтың эшләй башлауы менән ҡотланы һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Эшегеҙҙә уңыштар теләйем! Предприятие етәкселеге хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарына һәм социаль ярҙам күрһәтеүгә етди иғтибар бүлә. Киләһе проекттар тураһында бергәләп уйлашайыҡ. Һеҙҙән ҡыҙыҡлы башланғыстар көтәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Барлыҡ башланғыстарҙы, проекттарҙы хуплаған Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына ҙур рәхмәт.
Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Альберт Кәримов төбәктәге сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. Илдең Кластерҙар һәм технопарктар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко республика власы менән бизнестың үҙ-ара эш итеүен, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға әүҙем булышлыҡ итеүҙе айырып билдәләне.
“Корона” компанияһы директоры Рәмил Мәмлиев яңы цехты асыуҙа ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт әйтте һәм етештереүҙе арттырыу йәһәтенән алда торған бурыстар тураһында һөйләне.
– Республика яғынан ярҙам булмаһа, был проектты тормошҡа ашыра алмаҫ инек, – тине ул. – Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына, Кластерҙар һәм технопарктар ассоциацияһына башланғыстарыбыҙға булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт. Беҙ артабан да пилот проекттарында ҡатнашырға әҙер. Киләсәктә айына 50 меңгә тиклем матрас етештерергә ниәтләйбеҙ.
Цехты сафҡа индергәндән һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм абруйлы ҡунаҡтар яңы майҙансыҡты ҡарап сыҡты, етештереү технологияһы менән танышты, предприятие белгестәре менән аралашты.
Фото: glavarb.ru
Сығанаҡ: glavarb.ru