Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә түбәндәге фекерҙәре менән бүлешкән.
"Хөкүмәттең 2022 йылдағы эше тураһында ҙур отчет әҙерләйбеҙ. Ай аҙағында уны БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында тәҡдим итәсәкмен.
Уҙған йыл алдыбыҙға ябай булмаған бурыстар ҡуйҙы. Санкциялар шарттарында төбәк иҡтисадын һаҡлап ҡалырға, халыҡтың йәшәү сифатын кәметеүгә, социаль һәм инвестиция проекттарын туҡтатыуға юл ҡуймаҫҡа кәрәк ине. Был Хөкүмәт эшен тиҙ арала үҙгәртеп ҡороуҙы һәм барлыҡҡа килгән саҡырыуҙарға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яуап бирә алыуҙы талап итте.
Күп тармаҡтар буйынса республика йылды ыңғай динамика менән тамамланы. Сәнәғәттә, ауыл хужалығында, төҙөлөштә күрһәткестәрҙең үҫеше һиҙелерлек. Санкцияларға ҡарамаҫтан, экспорт күләмен арттырҙыҡ. Хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлектең артыуына юл ҡуйыу ғына түгел, эшһеҙлек кимәле буйынса тарихи минимумға ла еттек. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам системаһын төҙөнөк.
Башҡарма власть органдарының һәм депутаттар корпусының системалы һәм яйға һалынған эшенән башҡа көрсөк күренештәрен еңеп сығыуы ауыр булыр ине. Ләкин беҙ һынауҙы лайыҡлы үттек. Алда яңы күләмле бурыстар һәм амбициялы маҡсаттар көтә", - тип яҙған Андрей Назаров.
Фото: Андрей Назаровтың шәхси сәхифәһенән.