Башҡортостанда транспорт системаһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Шуның бер ҙур тармағы – һауа транспорты. Баш ҡалабыҙҙан бик күп йүнәлештәр буйынса осорға була. Был Рәсәй эсендә лә, сит илдәргә лә ҡағыла. Яңыраҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошоға бәйле яҡшы яңылыҡ та еткерҙе: март башында Өфөнән Минскиға тәүге самолет осто.
Яңынан-яңы йүнәлештәр асабыҙ
“Вәғәҙә иткәнсә, Өфөнән Минскиға тура авиарейс асылды. Әлегә аҙнаһына бер тапҡыр, һәр дүшәмбе һайын. Артабан пассажирҙар ағымының ниндәй булырын ҡарарбыҙ.
Был Башҡортостандан берҙән-бер халыҡ-ара авиарейс түгел. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәм, Үзбәкстанға, шулай уҡ Төркиәгә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә, Мысырға, Таиландҡа, яҡын сит илдәргә – Азербайжанға, Әрмәнстанға, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға, Тажикстанға осорға мөмкин. Израиль һәм Ҡытайға яңы рейстар булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ.
Беҙҙең менән дуҫлыҡ мөнәсәбәтендәге Беларусь Республикаһы, башҡа илдәр менән авиабәйләнеш булдырыуҙа ныҡ ҡыҙыҡһынабыҙ.
Был беҙгә иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтерергә, мәғариф һәм ғилми-етештереү, мәҙәни, туристик өлкәләрҙә үҙ-ара килешеп эш итергә мөмкинлек бирә. Беҙҙең өсөн яңы эшлекле мөнәсәбәттәр булдырыу ҙа мөһим. Республикабыҙ халҡы һәм эшлекле берләшмәһе өсөн бер ниндәй ҙә кәртәләр булмаһын ине, тигән теләктәбеҙ”, – тип яҙҙы ул.
Был эштә Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” аэропорты ҙур өлөш индерә. Башҡортостан Хөкүмәтенең был аҙналығы оператив кәңәшмәһендә предприятиеның генераль директоры Александр Андреев аэропорттың эшмәкәрлеге, пландары тураһында һөйләне.
Уның белдереүенсә, 2022 йылда улар рекордлы етештереү һәм финанс күрһәткестәренә өлгәшкән. “Өфө” аэропорты тарихта икенсе тапҡыр 4 миллион пассажир билдәһен уҙып киткән, илдең иң ҙур аэропорттары рейтингында һигеҙенсе урынды биләгән, Волга буйы федераль округында беренсе урынды һаҡлап ҡалған.
2022 йылдың февралендә “Өфө” аэропорты абруйлы Skytrax халыҡ-ара авиатранспорт агентлығы рейтингында дүрт йондоҙ алды һәм дүрт йондоҙло рейтингка өлгәшкән Рәсәйҙә, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә һәм Үҙәк Азияла бишенсе аэропорт булып тора. Бындай һөҙөмтәләргә аэропорт инфраструктураһын модернизациялауға аҡсаларҙы мөмкин тиклем һөҙөмтәле файҙаланып өлгәшкәндәр.
Авиация тармағына санкциялы баҫым шарттарында һауа судноларын һәм пассажирҙарҙы сифатлы һәм өҙлөкһөҙ хеҙмәтләндереү буйынса мәсьәләләр уңышлы хәл ителгән, шул иҫәптән программа тәьминәтенең ватан аналогтарына күсеү уңышлы бойомға ашырылған.
Санкция баҫымы шарттарында сығымдарҙы кәметеүгә һәм етештереү һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән саралар ярҙамында аэропорттың былтырғы операция килеме 1,8 миллиард һум тәшкил иткән. Ә иң мөһиме – осоштарҙың даимилығы юғары кимәлдә һаҡланған, хеҙмәткәрҙәрҙең ғәйебе буйынса авиация инциденттарына юл ҡуйылмаған.
Былтыр “Өфө” аэропортының маршрут селтәре сикләүҙәрҙе һәм халыҡ-ара курорттарҙы ябыуҙы максималь компенсациялауҙы иҫәпкә алып төҙөлгән. 2022 йылда эске һауа линияларында 3,6 миллиондан ашыу пассажир хеҙмәтләндерелгән, был 2021 йылдың ошо уҡ күрһәткесенән 8 процентҡа күберәк һәм “Өфө” аэропортының дөйөм пассажирҙар ағымынан 89 процент тәшкил итә.
Рейстар 45-тән ашыу эске йүнәлеш буйынса башҡарылған. Төбәк рейстарында пассажирҙар ағымы 19 процентҡа артҡан.
– Төбәк программаһын үҫтереү һөҙөмтәһендә рейстарҙың 60 проценты Мәскәүҙе урап үтәлә, был тура төбәк-ара авиамаршруттар өлөшөн арттырыу йәһәтенән Рәсәй Президенты Указы менән билдәләнгән маҡсатлы күрһәткестән 10 процентҡа күберәк. Бынан тыш, Өфө Рәсәйҙең барлыҡ 14 миллионлы ҡалаһы менән тура авиабәйләнеш булдырған. Бөгөнгә Украинала махсус хәрби операция үткәреү менән бәйле 24 февралдән Дондағы Ростов һәм Воронеж менән тура авиабәйләнеш ваҡытлыса туҡтатылған, – тине ул.
2022 йылда эске һауа линияларында ете яңы йүнәлеш асылған: Иркутск, Красноярск, Грозный, Пермь, Омск, Әстрхан һәм Нарьян-Мар. Быйыл иһә Кемеровоға, Мурманскиға һәм Сыктывкарға рейстар асыу буйынса мәсьәлә өйрәнелә.
2023 йылдың 26 мартында “Өфө” аэропортында йәйге теҙмә индерелә. Йәйге осорға маршруттар селтәре Башҡортостан Республикаһы халҡының эш сәфәрҙәре, шулай уҡ курорт ялы өлөшөндә ихтыяждарын максималь ҡәнәғәтләндереүҙе иҫәпкә алып төҙөлгән. Йәйге осорҙа Мәскәү йүнәлешендә 15-16 көндәлек рейс, Санкт-Петербургка көнөнә 6-8 рейс башҡарыласаҡ. Сочиға, Минераль Һыуҙарға Рәсәй курорттарына 8-10 көндәлек рейс күҙаллана. Төбәк программаһы 35-тән ашыу йүнәлеш буйынса киң география менән тәҡдим ителәсәк.
Индерелгән санкцияларҙы иҫәпкә алып, халыҡ-ара һауа линияларында 2022 йылда 0,5 миллиондан аҙ ғына кәмерәк пассажир хеҙмәтләндерелгән. Санкцияға эләккән Рәсәй авиаташыусыларын алмаштырыу маҡсатында халыҡ-ара рейстар башҡарыу өсөн алты сит ил авиакомпанияһын йәлеп итеү буйынса эш башҡарылған.
Яңы рейстар асыу һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренә пассажирҙар ағымын арттырыу иҫәбенә башҡа йүнәлештәрҙә пассажирҙар ағымы кәмеүен компенсациялау мөмкин булған. Был сегменттың үҫеше 2021 йылдың ошо уҡ күрһәткесенә ҡарата 20 процент тәшкил иткән.
2022 йылда Үзбәкстанға (Наманган) һәм Ҡаҙағстанға (Астана, Алматы, Аҡтау) яңы рейстар асылды. Быйыл Сәмәрҡәндкә (беренсе рейс 2023 йылдың 17 февралендә башҡарылған), 2023 йылдың икенсе яртыһында Минскиға (6 мартта), Тель-Авивҡа һәм Урумчиға (Ҡытай) рейстар асыу күҙаллана.
2023 йылдың йәйге осорона халыҡ-ара рейстар Төркиәгә һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә, шулай уҡ яҡындағы сит илдәргә 10-дан ашыу йүнәлеш менән даими рейстарҙа ҡаралған.
Үҫеште тотор кәрәк
Яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеү һәм уны һаҡлап ҡалыу өсөн “Өфө” аэропорты даими үҫешә. Бының өсөн улар инфраструктураһын яңыртыу менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, былтыр августа терминалдарҙы берҙәм архитектура концепцияһына берләштереү буйынса эштәр башланғайны. Япманың дөйөм күләме – 8 658 квадрат метр, бинаның бейеклеге – 22,08 метр. Төҙөлөш 18 ай дауам итәсәк.
Эштәр графикка ярашлы башҡарыла. Әлеге ваҡытҡа инженер селтәрҙәрен сығарыу, нигеҙ свайҙарын быраулау һәм ҡаплау буйынса эштәр тамамланған, металл каркасты монтажлау эштәре дауам итә. Бөтә эштәрҙе 2024 йылдың 31 ғинуарына тиклем тамамлау күҙаллана. Бынан тыш, инфраструктура һәм технологик ҡорамалдарҙы яңыртыу буйынса эштәр дауам итә.
Александр Андреев аэропорт хеҙмәткәрҙәренең эш шарттары менән таныштырҙы. 2022 йылда хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы 15 процентҡа артып, хеҙмәт етештереүсәнлеге 30 процентҡа артҡан. “Өфө” аэропорты социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыуын дауам итә. Мәҫәлән, хеҙмәткәрҙәр ярҙамы менән Башҡортостандан хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн гуманитар конвой йыйылған, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан батальондарҙы көсәйтеү өсөн автомобиль техникаһы һатып алыуҙа ярҙам ойошторолған. Йөк составына ҡорамалдар, ҡышҡы кейем, төнгө күреү приборҙары, хәрби хәрәкәттәрҙе һөҙөмтәле алып барыу өсөн кәрәкле техника ингән. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына ла ярҙам күрһәтелә.
2021 йылдан 2023 йылға тиклемге осорҙа Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһынан берлектә финансланған төбәк авиаташыуҙарҙы субсидиялау программаһын арттырыу буйынса эш башҡарылған. 2023 йылда программаға 18 йүнәлеш индерелгән, уларҙың 11-е Башҡортостан бюджетынан күләмендә 131 миллион һум берлектә финанслана.
Пассажирҙар ташыу өсөн Башҡортостан Республикаһы бюджетынан һалынған һәр бер һумлыҡ субсидияға (70 проценттан ашыуы БР халҡы) 4,5 һум тышҡы инвестициялар йәлеп ителә. 2023 йылға субсидиялау күләмен Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 131 миллион һумға тиклем арттырғанда тышҡы инвестициялар суммаһы йылына 590 миллион һум тәшкил итәсәк.
Ағымдағы йылға яңы бурыстар ҡуйып йәшәй предприятие. Улар хеҙмәтләндереү сифатын арттырыуға, осоштар географияһын киңәйтеүгә, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға һәм инфраструктураны яңыртыу буйынса эштәрҙе дауам итеүгә йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта япма төҙөү буйынса эштәрҙе тамамлау төп инфраструктура бурысы булып ҡала.
– Әлеге тышҡы сикләүҙәр осорондағы эште дауам итеп, беҙ предприятие булараҡ ағымдағы хәлгә даими мониторинг үткәрәбеҙ һәм уға тиҙ арала иғтибар итәбеҙ. Хәүефтәрҙе күрәбеҙ, ошо хәүеф менән нисек идара итергә кәрәклеген аңлайбыҙ, шуға күрә хәлдең ыңғай ҙа, кире лә үҫешенә әҙербеҙ, – тине Александр Андреев.
Башҡортостан Башлығы “Өфө” халыҡ-ара аэропорты коллективына өлгәшкән күрһәткестәре өсөн рәхмәт әйтте һәм артабанғы эшендә уңыштар теләне.
– Һеҙ – беҙҙең ышаныслы партнерыбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн аэропорттың бик һөҙөмтәле менеджменты бар. Баш ҡалабыҙҙың һауа ҡапҡалары үҫешен бергәләп дауам итәсәкбеҙ, шул иҫәптән рейстар географияһын һәм йышлығын арттырыу буйынса ла.
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА