Бөгөн Тегеранда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ирандың сәнәғәт, рудниктар һәм сауҙа министры Сейед Реза-Фатеми-Амин менән осрашты.
“Беҙ Башҡортостанды Рәсәйҙең алдынғы төбәге булараҡ беләбеҙ. Һеҙҙең республикала нефть сәнәғәте, фән үҫешкән. Туризм, технологиялар һәм сауҙа мөнәсәбәттәре буйынса ла һәйбәт перспективалар бар”, – тине министр.
“Беҙ традицион хеҙмәттәшлек схемаһын тәҡдим итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Иранды әле “асабыҙ” ғына. Һеҙҙә берлектәге эш төркөмө өсөн яуаплы кеше тәғәйенләргә кәрәк тигән тәҡдимебеҙ бар”.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Иранға сәфәр программаһында – эшлекле осрашыуҙар, шул иҫәптән – Ирандың иҡтисади мәсьәләләр буйынса вице-президенты Мохсин Резаи, министрҙар, ҙур компаниялар етәкселәре менән.
“Был сәфәр беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы һәм мөһим. Республика делегацияһы составында – Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, Иран менән хеҙмәттәшлеккә ҡыҙыҡһыныу белдергән компаниялар вәкилдәре. Иҡтисадтарыбыҙ структураһы оҡшаш. Был йүнәлештә беҙ бер-беребеҙҙе тулыландыра алабыҙ. Тағы бер бурыс: Иранды Башҡортостан халҡы өсөн дә асыу. Шуға күрә беҙ фекер алышасаҡ мәсьәләләр араһында туризм да бар. Өфө менән Тегеран араһында тура рейс асырға ла тәҡдим итәбеҙ”, – ти Башҡортостан етәксеһе.
Был сәфәр тураһында Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә лә яҙҙы:
“Беҙ Иран менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирәбеҙ, бөгөнгө санкциялар баҫымы шарттарында был үтә әһәмиәтле. Иран – боронғо мәҙәниәтле ғәжәп ил, беҙ уны Башҡортостанда йәшәгәндәр өсөн дә асырға ниәтләйбеҙ”.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.