Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, "Салауат катализатор заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Башҡортостан Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамында, Федераль Сәнәғәтте үҫтереү фондынан ташламалы займ алған. Күләме – 500 миллион һум. Ул композитлы катализаторҙар етештереү өсөн ҡулланыласаҡ.
Займ "Үҫеш проекттары" программаһы нигеҙендә биш йылға бирелгән. Ҡеүәте – йылына 2500 тонна тауар, 60 кешегә эш урыны асыласаҡ.
– Предприятие беҙҙең ярҙам менән иркен файҙалана, – тип һөйләй Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары, республикабыҙҙың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. – Федераль Сәнәғәтте үҫтереү фондынан тыш, инвестицион проекттарҙы ла тормошҡа ашырабыҙ. Инвестор ярты миллиард тирәһе аҡсаны порошоклы силикагель етештереүгә йүнәлткән. Ул резина техникаһы, фармацевтика һәм башҡалар өсөн кәрәк. Башҡортостан инвестицион проектҡа һалым преференциялары менән ярҙам иткән.
Александр Шельдяев әйтеүенсә, айырыуса бөгөн композитлы катализаторҙар ныҡ кәрәк.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.