Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Март 2023, 17:10

Һалым түләгән үҙмәшғүлдәр һаны артты

Бығаса күрелмәгән күләмле санкциялар баҫымына ҡарамай, ҡайһы бер илдәр Рәсәйгә ҡарата иҡтисади эшмәкәрлекте сикләһә лә, Башҡортостанда һөнәри эшмәкәрлегенән һалым түләгән үҙмәшғүлдәр һаны арта бара.

“2023 йылдың 1 ғинуарына ҡарата һалым түләүселәр һаны 125,5 мең кеше тәшкил итте, йәғни алдағы йыл менән сағыштырғанда 1,6 тапҡырға күберәк. Был, тәүге сиратта, республикала эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарының яҡшырыуы һәм һалым түләүҙең ябайлаштырыуы менән аңлатыла”, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.

Былтыр Башҡортостандың консолидацияланған бюджетына һөнәри килемдән 288,4 миллион һумлыҡ һалым ингән, был 2021 йыл менән сағыштырғанда 1,7 тапҡырға ҙурыраҡ. Ошо ингән һалым күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында 14-се һәм Волга буйы федераль округында 4-се урынды биләй.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: