Башҡортостан хужалыҡтарында быйылғы баҫыу эштәренә ауыл хужалығы техникаһын әҙерләү тамамлана. Ауыл хужалығы техникаһы, сәсеү һәм ер эшкәртеү агрегаттары паркын күптәп яңыртыуға бәйле быйыл 2022 йылға ҡарағанда 300 берәмеккә күберәк техника йәлеп ителәсәк.
– Төбәктең ауыл хужалығы предприятиеларының эш пландарына ярашлы, 2023 йылдың яҙғы баҫыу эшендә тупраҡты сәсеүгә әҙерләү буйынса яҡынса 11 мең трактор агрегаты һәм сәсеү өсөн 5,2 мең агрегат ҡатнашасаҡ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
2022 йылда республиканың ауыл эшсәндәре 12,8 миллиард һумға торошло 3,2 мең берәмектән ашыу ауыл хужалығы техникаһы һатып алған, тип билдәләне ул. Агросәнәғәт комплексының техник паркын һөҙөмтәле яңыртыуға төбәк программаһы булышлыҡ итә, уның буйынса ауыл хужалығы етештереүселәренә сығымдарҙың 50 процентына тиклем субсидия бирелә.
Билдәләп үтергә кәрәк, 2023 йылда сәсеү эштәренә әҙерлек сиктәрендә, ауыл хужалыҡтары трактор эләктергестәрен, тырма тештәрен һәм каток йүнәтеүҙе тамамлаған да инде. Тиҙҙән баҫыуҙарға сығасаҡ ер эшкәртеү һәм сәсеү машиналары әҙер буласаҡ, эштәр 95 процентҡа башҡарылған.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru