Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә иҡтисадҡа ҡағылышлы пост ҡалдырҙы.
“2022 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар күләме 5,9 процентҡа артҡан һәм 512,4 миллиард һумға еткән. Үҫеш темптары уртаса Рәсәйҙекенән юғарыраҡ.
2019 йылдан инвестициялар буйынса ыңғай динамика һаҡлана. Һуңғы еңел булмаған дүрт йыл эсендә инвестициялар 40,2 процентҡа артты - был Волга буйы федераль округында иң юғары үҫеш.
Бизнес - йылдам үҫеш биләмәләре, махсус иҡтисади зона, сәнәғәт һәм индустриаль парктар өсөн уңайлы шарттар булдырыу өҫтөндә күп эшләйбеҙ. Ярҙам программалары, льготалар һәм өҫтөнлөктәр уйлайбыҙ.
Ябай булмаған осорға һәм глобаль санкцияларға ҡарамаҫтан, беҙ алға барабыҙ. Туҡтап ҡалмайбыҙ, барлыҡ ҡорамалдарыбыҙ ҙа яйға һалынған һәм үҙҙәренең һөҙөмтәлелеген иҫбатлай. Ә бизнес беҙҙә ышаныслы партнер күрә. Шул иҫәптән - инвестиция программаларын ғәмәлгә ашырған, етештереүҙе яңыртҡан эре предприятиеларыбыҙ”, – тип яҙҙы ул.
Фото: "Бәйләнештә".