Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Март 2023, 20:30

Экспорт күрһәткестәре ҡыуандырыуын дауам итә

2022 йылда Башҡортостандың сеймал булмаған һәм энергетикаға ҡарамаған тауарҙарын экспортлау күләме 2021 йыл менән сағыштырғанда 6,7 процентҡа артҡан һәм республиканың дөйөм экспортынан 65,8 процент тәшкил итә.

Экспорт күрһәткестәре ҡыуандырыуын дауам итә
Экспорт күрһәткестәре ҡыуандырыуын дауам итә

2022 йылда Башҡортостандың сеймал булмаған һәм энергетикаға ҡарамаған тауарҙарын экспортлау күләме 2021 йыл менән сағыштырғанда 6,7 процентҡа артҡан һәм республиканың дөйөм экспортынан 65,8 процент тәшкил итә. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.

"Уҙған йылда сеймал булмаған энергетикаға ҡарамаған экспорттың нигеҙе түбәндәгесә: химия сәнәғәте продукцияһы (28,1 процент), машиналар эшләү продукцияһы (22), аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймал (7,1), целлюлоза-ҡағыҙ изделиелар (3,3), металл һәм уларҙан эшләнгән изделиелар (3,2). Текстиль, туҡыма изделиелары һәм аяҡ кейеме тауар төркөмө 2021 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда иң ҙур үҫеш күрһәткән - 50,4 процент. Химия сәнәғәте продукцияһы ла һиҙелерлек артҡан, каучук - 31 процентҡа", – тине Премьер-министр.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда сеймал булмаған, энергетикаға ҡарамаған тауарҙарҙы экспортҡа оҙатыусы республика предприятиеларына булышлыҡ итеү инфраструктураһы төҙөлгән. Уға Башҡортостан Хөкүмәте, Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы, Экспортҡа булышлыҡ итеү төбәк үҙәге, Рәсәй экспорт үҙәгенең Өфөләге вәкиллеге һәм бизнес-шәрифтар институты инә.

Республикала сеймалға ҡарамаған, энергетикаға ҡарамаған экспорт үҫешенә экспортерҙарға ярҙам саралары системаһы ҡеүәтле этәргес булып хеҙмәт итте. Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының экспортерҙар сығымын ҡаплау өлөшөндә сеймал булмаған экспортҡа ярҙам механизмын индергән беренсе субъекты булды. 2019 йылдан төбәктә тауарҙарҙы тышҡы баҙарға сығарыуға сығымдарҙың бер өлөшө, 2020 йылдан халыҡ-ара сертификат алыуға сығымдарҙың бер өлөшө субсидиялана, шулай уҡ урындағы етештереүселәр өсөн “экспорт кэшбэгы” гранты тормошҡа ашырыла.

"Былтыр республика бюджетынан экспортҡа ярҙамға 85 миллион һум бүленде, шуның 50-һе предприятиеларға сит илгә тауарҙар ташыуға бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға йүнәлтелде. Бирелгән субсидиялар йомғаҡтары буйынса ярҙам күрһәтелгән экспорт күләме ике миллиард һум тәшкил иткән - бер һум субсидияға экспорттың 40,66 һумы тура килә. Был күрһәткес 2021 йыл менән сағыштырғанда 49,4 процентҡа артҡан", - тип билдәләне Андрей Назаров.

Дүрт йылда республика 200-ҙән ашыу компанияға дөйөм 410,3 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән, шул уҡ ваҡытта ярҙамға килгән экспорт күләме 38,5 миллиард һум тәшкил иткән.

Бынан тыш, Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы Экспортҡа ярҙам итеү төбәк үҙәге менән берлектә Башҡортостан предприятиеларына сит ил бизнес-миссияларында һәм күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыуҙа булышлыҡ итә. 2022 йылда 77 компания ҡатнашлығында һигеҙ бизнес-миссия ойошторолған, уның йомғаҡтары буйынса дөйөм суммаһы 4,4 миллион долларлыҡ 21 килешеү төҙөлгән. Республиканың 65 компанияһы 14 сит ил күргәҙмәһендә ҡатнашҡан, уларҙың һөҙөмтәләре буйынса дөйөм суммаһы 1,3 миллион долларлыҡ 14 контрактҡа ҡул ҡуйылған.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20385/

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: