Башҡортостандың федераль һәм төбәк компетенция үҙәктәре эксперттары сауҙа компаниялары вәкилдәре менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Унда “Хеҙмәт етештереүсәнеге” милли проектының ҡатнашыусыларға үҫеү мөмкинлеге биреүе тураһында һөйләштеләр. Федераль компетенциялар проектының өлкән етәксеһе Оксана Иванова милли проектта Рәсәйҙәге эре дарыухана селтәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, индерелгән һаҡсыл производство ҡоралдары тураһында аңлатты.
- Беҙ хеҙмәткәрҙәрҙе проблемаларҙы йәшермәҫкә, ә уларҙы күрһәтергә өйрәтәбеҙ. Проблемаларҙы классификациялау системаһын тәҡдим итәбеҙ. Заманса диаграммаларҙы файҙаланып уларҙы төрҙәргә бүләбеҙ. Әгәр бер хеҙмәткәрҙәр яҡшы эшләй икән, уның тәжрибәһен башҡа хеҙмәткәрҙәргә лә таратырға кәрәк, - тине Оксана Иванова. – Һаҡсыл производство ҡоралдары тураһында күптәр ишеткән, ләкин нисек дөрөҫ итеп ҡулланыу тураһында белмәйҙәр. Шуға беҙҙең эксперттар ярты йыл дауамында предприятиела эшләп, процестарҙы стандартлаштырырға ярҙам итә.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында һәр предприятие бушлай ҡатнаша ала. Проектта ҡатнашыу өсөн төп критерий – предприятиеның йыллыҡ килеменең 400 миллион һумдан кәм булмауы; предприятиеның базалы сеймал булмаған тармаҡҡа ҡарауы һәм башҡалар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты Рәсәйҙә ил Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы 2018 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.