Күп функциялы үҙәк, “Росреестр” һәм “Роскадастр” белгестәре менән үткәрелгән брифингта хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы 1 марттан Күсемһеҙ мөлкәттең берҙәм дәүләт мәғлүмәт реестрынан (ЕГРН) яҙма алыу тәртибе үҙгәргән.
Һүҙ ЕГРН-дан алған яҙмала күсемһеҙ мөлкәттең хоҡуҡи хужаһы тураһында мәғлүмәт биреүҙе тыйыу тураһында бара.
“2023 йылдың 1 мартынан күсемһеҙ мөлкәт хужалары тураһындағы мәғлүмәтте фәҡәт милексе үҙе, нотариус, кадастр инженеры, күсемһеҙ мөлкәттең вариҫы, дәүләт органдары һәм законда ҡаралған башҡа ойошмалар ғына алырға хоҡуҡлы. Был үҙгәреш граждандарҙың шәхси мәғлүмәтен өҫтәмә яҡлау мөмкинлеге бирә”, – ти “Роскадастр”ҙың Башҡортостан буйынса филиалы директоры урынбаҫары-баш технологы Андрей Пантелеев.
Ул билдәләгәнсә, яңы закон ойошмаларға ҡағылмай. Улар буйынса мәғлүмәт элеккесә дөйөм файҙаланыуҙа буласаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.