Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Март 2023, 13:14

Йәштәр ер эшенә ылығып үҫә

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ауылды йәнтөйәге өсөн янып-көйөп йәшәгән кешеләре күтәрә. Әлшәй районының Ниғмәтулла ауылында биш бер туған  Дибаевтарҙың бер төптән ауыл хужалығына хеҙмәт итеүе айырыуса һоҡландырҙы. 

Крәҫтиән (фермер) хужалығының эшенә уларҙың аталары Миңлевәдүт Ғарифулла улы нигеҙ һала. Киров исемендәге колхозда бригадир, баш агроном булып эшләгән белгес, байтаҡ тәжрибә туплағандан һуң, 1993 йылда үҙ эшен асырға ҡарар итә һәм фермер хужалығын ойоштора. Улдары Йәүит, Хәлит, Илфаҡ, Илһам һәм Хәлил бала саҡтан атайҙарының эшен күреп, үҫмер осорҙарынан ярҙам итеп, эштең нескәлектәренә төшөнөп үҫә. Һөнәр һайларға ваҡыт еткәс, береһе лә икеләнеп тормай, үҙҙәрен ауыл хужалығы тармағына  арнай.

– Әле өлгәшелгән уңыштарҙың нигеҙендә атай-әсәйебеҙҙең тырышлығы ята. Улар беҙгә бәләкәйҙән хеҙмәт яратырға кәрәклеген һеңдереп үҫтерҙе. Әле колхозда эшләгән осорҙа уҡ “кешенән артта ҡалмағыҙ” тип беҙҙе эшкә дәртләндерә торғайнылар. Үҫмер саҡтан комбайнсы ярҙамсыһы булып йөрөп, ауыл эшен белеп үҫтек. Шуға­лырмы, тыуған ауылыбыҙҙан ситкә китмәнек.  Быйыл атайыбыҙ ойошторған крәҫтиән (фермер) хужалығына 30 йыл булып китте, 70 гектар ерҙә, иҫке генә ДТ-75 тракторы менән эште башлап алып киткәйнек, – тине Хәлит Миң­левәдүт улы.

Булыр бала биләүҙән тигәндәй, бер туған егеттәрҙең эшкә сәмсел булыуҙары мәктәп йылдарынан уҡ һиҙелә. Хәлил Дибаев X класта уҡығанда уҡ каникул мәлендә, бер мең гектар иген сабып, районда алдынғы урынды яулаған мәлен дә иҫкә төшөрөп алды.

Эш башлаған осорҙа күп ҡатмар­лыҡтар осраһа ла, артҡа тайпылмай Дибаевтар. Үҙҙәренең хеҙмәт һөҙөм­тәһен күреү теләге лә көслө була. Яйлап ҡына нығыналар, сәсеүлек майҙандары ла арта, техника ла хәстәрләнә. Алдынғы технологиялар ҡулланыу ҙа эште алға ебәрә. Илһам Дибаев етәкселек иткән хужалыҡта бер туғандарҙың һәр береһенең үҙ роле бар.

Әлеге көндә әсәйҙәре иҫән-һау, бөгөн дә ул балаларын туплап, файҙалы кәңәштәре менән терәк була белә. Үкенескә ҡаршы, атайҙары ғына был донъянан китеп барған. Бөгөн гөрләп эшләгән, көслө хужалыҡҡа нигеҙ һалған ғәзиз кешеләрен улдары айырым бер йылылыҡ менән хәтергә алды.

– Атайыбыҙ ғүмер буйы ауыл хужалығы тармағында эшләһә лә, ижади күңелле кеше булды. Шиғырҙар яҙҙы, күңеле килгәндә гармунын ҡулына алып уйнаны. “Уйыл” һымаҡ оҙон башҡорт халыҡ йырҙарын йырларға яратты, –тип һөйләнеләр уның тураһында.

30 йыл элек булдырылған крәҫтиән (фермер) хужалығы хәҙер үҫемлекселек өлкәһендә республикала алдынғы урынды биләй. Сәсеүлек майҙаны ла хәҙер 1800 гектарға етә. Унда улар иген, иген-ҡуҙаҡлы  культуралар, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтерә. Үткән йылғы уңыш айырыуса муллығы менән ҡыуандырған. Һауа торошоноң да быға булышлыҡ итеүен билдәләне улар. Мәҫәлән, ужым бойҙайының гектар ҡеүәте хатта 56 центнерға еткән. Яҙғы бойҙайҙы гектарынан 37 центнер, арпаны – 33, борсаҡты – 31, көнбағышты – 19,  шәкәр сөгөлдөрөн 465 центнер алыуға өлгәшкәндәр. Элиталы орлоҡтар сәсеү, сәсеүлектәрҙе технология буйынса тәрбиәләү, рентабеллеге юғары булған культуралар үҫтереүгә лә бәйлелер Дибаевтарҙың уңыш сере.

Ҡасандыр иҫке генә ДТ-75 тракторынан башлап киткән хужалыҡтың хәҙер көслө техника базаһы тупланған.

– Былтыр МФ 6713 тракторын, ауыл хужалығы тейәгесен, тағылмаһы менән “МАЗ” автомобилен, тырма кеүек ҡорамалдар алдыҡ. Иген таҙартыу комплексы ла хужалыҡта күптән түгел барлыҡҡа килде. Автомобиль  үлсәү ҡорамалы алыныуы ла үткән йылда башҡарылған эштәр рәтендә, –тип һөйләне Дибаевтар.

Ысынлап та, бөгөн хужалыҡ баҫыуҙарын ҡеүәтле заманса техникалар иңләй. Уларҙың һаны 20-гә етә.

Хәҙер инде хужалыҡта Дибаевтарҙың өсөнсө быуыны хеҙмәт итә. Беҙ барғанда барлыҡ биш бер туғанды ла тап итергә тура килмәне, шулай ҙа хәҙер уларҙың рәтендә артабанғы  быуын Миңлевәдүт Ғарифулла улының ейәндәрен күреп һөйөндөк. Уның башланғысын  лайыҡлы дауам иткән, ер эшен белгән йәштәрҙең ауыл хужалығына килеүе фермер хужалығының киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа булыуын дәлилләй. Бөгөн был хужалыҡта төрлө һөнәр белгестәрен күрергә мөмкин. Агроном, меха­низаторҙар ғына түгел, электриктар ҙа, иҡтисадсылар ҙа, бухгалтерҙар ҙа, иретеп йәбештереүселәр ҙә бар. Һәм улар һәр береһе лә үҙ урынында кәрәкле һәм файҙалы.

Йәш быуын вәкилдәренең береһе  Ринат Йәүит улы менән дә һөйләшеү форсаты тейҙе. Әйткәндәй, олатаһы фермерлыҡ эшен ойошторғанда, әле мәктәпкә лә бармаған булһа ла, эштең ауырлыҡтарын да, уңыштарын да күреп, аңлап үҫә ул.

– Барыбыҙ ҙа ҡалаға сығып китһә, кем ауыл хужалығында эшләр, тигән уй тыуған ергә тартты. Олатайым башлаған эште дауам итеү кеүек изге бурыс та бар бит әле. Шуға башҡарған хеҙмә­тебеҙҙән  ҡәнәғәтлек алып эшләйбеҙ. Минең фекеремсә, баҫыуҙа ер эшен яратҡан, ошо тармаҡты белгән кеше тир түгергә тейеш, – тине ул.

Үҙҙәренең сәләмәт тормош алып барыу яҡлы булыуҙары менән дә һоҡландырҙы был нәҫел. Ауылда спорт залын булдырғандар. Унда тренажерҙар урынлаштырылған, бильярд, теннис уйнау мөмкинлеге бар. Буш ваҡытта ошонда килеп ял итәләр.

Үҙҙәренең эшен генә уңышлы алып барып ҡалмай улар, йәнтөйәктәренә, тыуған ауылдарына ла һәр яҡлап ихлас ярҙам итәләр. Ысын мәғәнәһендә атайсалдарына файҙалы кешеләр булып йәшәй белә Дибаевтар нәҫеле.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Әлшәй районы.

Читайте нас: