Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Көнсығыш яҡтан сығыу юлы хаҡында яҙҙы.
“Төп төҙөлөштәребеҙҙең береһендә, Өфөнән М-5 “Урал” трассаһына Көнсығыш яҡтан сығыу юлында, тоннелдә ер аҫты ҡаҙыу эштәрен тамамланылар. Был иң күләмле һәм технологик яҡтан ҡатмарлы этап булды.
Хәҙер, июнгә тиклем, төҙөүселәр даими конструкцияларҙы ҡороуға тотонасаҡ. Әле көньяҡ тоннелдә өҫкө, аҫҡы һәм ян-яҡ өлөштәре монтажлана, төньяҡта иһә юл япмаһына нигеҙ бетонлана һәм инженер селтәрҙәре һалына.
Дөйөм алғанда, Көнсығыш яҡтан сығыу юлы яҡынса 63 процентҡа әҙер. График буйынса барабыҙ – көн һайын ялһыҙ эшләйбеҙ”, – тип яҙҙы республика Башлығы.
Фото: Р. Хәбировтың сәхифәһе.