Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Март 2023, 21:20

Төҙөлөш тармағын үҫтереү юлдары ҡаралды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш тәртибендә төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы эшендә ҡатнашты.

Төҙөлөш тармағын үҫтереү юлдары ҡаралды
Төҙөлөш тармағын үҫтереү юлдары ҡаралды

Бөгөн, 16 мартта,  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы эшендә ҡатнашты.

Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәрҙе. Ултырышта төҙөлөш комплексының 2022 йылдағы эш йомғаҡтары, шулай уҡ ҙур тармаҡ проекттарын тормошҡа ашырыу ҡаралды.

- Уҙған йыл торлаҡты сафҡа индереү буйынса илдәге күрһәткестәр рекордлы булды, һәм төбәктәрҙең был өлкәләге системалы эшен күрәм. Шул уҡ ваҡытта Төҙөлөш министрлығынан һәм субъект башлыҡтарынан ҡала төҙөлөшө потенциалы күләмен контролдә тотоуҙарын үтенәм. Йылына 120 миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индереү буйынса дәүләт маҡсатын тормошҡа ашырырға мөмкинлек биргән нигеҙ тап ошоға бәйле, - тине Марат Хөснуллин.

Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин хәбәр итеүенсә, һуңғы йылдарҙа тармаҡта ыңғай динамика күҙәтелә.

- 2020-2022 йылдарҙа 277 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ майҙаны файҙаланыуға тапшырылған, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр. – Шул иҫәптән һуңғы өс йылда - 131,3 миллион квадрат метрҙан ашыу күп фатирлы торлаҡ: был дөйөм сафҡа индерелгән күләмдең яртыһын тиерлек тәшкил итә.

Башҡортостан Башлығы сығышында төбәктең төҙөлөш комплексы тотороҡло, яҡшы күрһәткестәр менән үҫешеүен билдәләне.

- Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы менән берлектәге эш һөҙөмтәһендә һәм федераль министрлыҡ булышлығында беҙ торлаҡ төҙөлөшөндә һәйбәт темптарҙы һаҡлап ҡалдыҡ. Былтыр Башҡортостанда тәүге тапҡыр 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлдө һәм был Рәсәй Төҙөлөш министрлығы билдәләгән 2,3 миллион квадрат метрлыҡ маҡсатлы күрһәткестән күберәк, - тине Радий Хәбиров. - Беҙҙә төҙөлөшкә бирелгән рөхсәттәр байтаҡ. Шуға күрә 2023 йылда торлаҡты сафҡа индереү буйынса күрһәткестәр былтырғы кимәлдән күберәк булыр тип уйлайбыҙ.

Төбәк етәксеһе инженер һәм транспорт инфраструктураһын төҙөү тураһында ла һөйләне.

- Беҙҙә «Стимул» программаһы буйынса һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәре төҙөлөшө яҡшы бара. Был Өфөнөң Ағиҙел аръяғында тағы 16 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү өсөн мөмкинлектәр аса, - тип өҫтәне Радий Хәбиров.

Республика Башлығы Өфөлә тормошҡа ашырылған «Көньяҡ ҡапҡа» транспорт проектының мөһимлеген дә билдәләне. Объекттарҙың һәм ҡоролмаларҙың икенсе сиратын төҙөү өсөн эштәрҙе финанслау мәсьәләһен ҡарарға кәрәк.

Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин Йорт.РФ корпорацияһына был объектҡа саралар йәлеп итеүҙең һөҙөмтәле схемаһын эшләргә ҡушты.

Фото: glavarb.ru

 

 

Төҙөлөш тармағын үҫтереү юлдары ҡаралды
Төҙөлөш тармағын үҫтереү юлдары ҡаралды
Төҙөлөш тармағын үҫтереү юлдары ҡаралды
Төҙөлөш тармағын үҫтереү юлдары ҡаралды
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: