Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Март 2023, 14:22

Улар ҡаҙналағы һәр тиндең ҡәҙерен белә

Бөгөн Өфөлә Рәсәй Финанс министрлығының Федераль ҡаҙнасылығының Башҡортостан буйынса идаралығы ойошторолоуҙың 25 йыллығына арналған тантана уҙғарылды.

Улар ҡаҙналағы һәр тиндең ҡәҙерен белә
Улар ҡаҙналағы һәр тиндең ҡәҙерен белә

Бөгөн Өфөлә Рәсәй Финанс министрлығының Федераль ҡаҙнасылығының Башҡортостан буйынса идаралығы ойошторолоуҙың 25 йыллығына арналған тантана уҙғарылды.

Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, дәүләт власы органдары вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.

“Ҡаҙнасылыҡ һәм бюджет дәүләт тарихының мөһим төшөнсәләре булып тора, улар – дәүләттең һәм уға идара итеүҙең нисек барыуын күрһәтеп тора”, – тине Андрей Геннадьевич, идаралыҡ хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын юбилей менән ҡотлап. – “Һеҙ яҙған һандар ошо идараның йоғотололоғон күрһәтә, халыҡтың кәйефен билдәләй. Мин финанс белгестәре ғаиләһендә тыуып үҫтем, шуға ла һеҙҙең байрамды йөрәккә яҡын ҡабул итәм”.

Премьер-министр әйтеүенсә, былтырғы йыл йомғаҡтары Идаралыҡ эшмәкәрлегенең уңышлы үтәлеүен күрһәтә: федераль ҡаҙнаға 982 миллиард һум күсерелгән, был алдағы йыл менән сағыштырғанда ете процентҡа күберәк.

Иадаралыҡ Рәсәйҙең Финанс министрлығы менән Башҡортостандың Министрҙар Кабинеты араһында 1998 йылда төҙөлгән килешеүҙән алып эшләй. Ошо 25 йыллыҡ дәүерҙә коллектив Бюджет кодексының федераль бюджеттағы ҡаҙнасылыҡ башҡарыуына ҡағылышлы өлөшөн, республика һәм муниципаль берәмектәр бюджеттарын хеҙмәтләндереүҙе уңышлы тормошҡа ашыра. Башҡортостанда милли проекттарҙың үтәлешенә ҙур әһәмиәт бирелеүен иҫәпкә алып, бюджет-ара трансферттар буйынса түләүҙәрҙең тейешенсә башҡарылыуына ҙур иғтибар бүленә.

Юбилей айҡанлы ҡотлау һүҙҙәре менән Федераль ҡаҙнасылыҡтың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Светлана Мәрүәрова, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова, Башҡортостан Прокуроры вазифаһын башҡарыусы Александр Грязников һәм Рәсәй Банкының Урал идаралығының Милли банкы идарасыһы Марат Кашапов сығыш яһанылар.

Тантана аҙағында Идаралыҡ белгестәренә һәм ветерандарына Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Финанс министрлығы һәм башҡа ведомстволарҙың наградалары тапшырылды.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: