Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Март 2023, 18:20

870 кеше белемен камиллаштыра ала

Был яңылыҡ оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларында эшләгәндәргә ҡағыла.

870 кеше белемен камиллаштыра ала
870 кеше белемен камиллаштыра ала

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Башҡортостанда оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә һөнәри һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү буйынса саралар планлаштырыла.

Республика өсөн 2023 йылға квота 870 кеше тәшкил итә. Был маҡсатҡа 52 миллион һум самаһы йүнәлтеү планлаштырыла, шуларҙың 99 проценты – федераль бюджеттан, бер проценты төбәк бюджетынан бүленә. Яңы программа оборона-сәнәғәт комплексы өлкәһенә – кадрҙар тәьминәте мәсьәләләрен хәл итергә, ә төбәк халҡына яңы һөнәр алып, оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларына эшкә урынлашырға ярҙам итәсәк.

– Былтыр сәнәғәт предприятиеларында эштән ебәреү хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә белем алыу йәки белемен камиллаштырыу мөмкинлеге бирелде, – тине Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Мәҫәлән, хеҙмәткәр цехта эшләгән һәм санкция һөҙөмтәһендә заказ булмағанға күрә уны ябырға тура килгән. 2022 ошондай 3612 кешене ошо уҡ предприятиеларҙа кәрәкле һөнәрҙәргә уҡыттыҡ, квалификацияһын күтәрҙек.

Быйыл Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы икенсе йүнәлешкә булышлыҡ күрһәтергә тәҡдим итте – оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен ҡайтанан уҡытыуға ихтыяж тыуҙы, илдең 63 төбәге ошо турала белдерҙе. Яңы программа ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки тотош ил буйынса дәүләт оборона заказы арта. Сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә килгәндә, улар “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” төбәк проекты нигеҙендә яңы һөнәргә уҡый йәки һөнәри оҫталыҡты арттыра ала, тип билдәләне Ленара Иванова.

Бушлай уҡырға теләгәндәр мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итә һәм предприятие менән уҡыу килешеүе төҙөй ала. Быйыл бындай саралар 176 меңдән ашыу кешене ваҡытлыса эшкә урынлаштырырға мөмкинлек бирәсәк. Федераль бюджетта ошо маҡсатҡа 12,8 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған.

Фото: mintrud.bashkortostan.ru

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: