Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Март 2023, 22:40

Башҡортостан етәксеһе Һамарҙа кәңәшмәлә ҡатнашты

Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы төбәктәре етәкселәре менән кәңәшмәлә ҡатнашты.

Башҡортостан етәксеһе Һамарҙа кәңәшмәлә ҡатнашты
Башҡортостан етәксеһе Һамарҙа кәңәшмәлә ҡатнашты

Бөгөн Һамарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы төбәктәре етәкселәре менән кәңәшмәлә ҡатнашты. Сараны Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һәм Волга буйы федераль округында дәүләт Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе.
Ҡатнашыусылар дәүләт етәксеһе Владимир Путин инициативаһы буйынса булдырылған Федераль округ кураторлыҡ институтына ярашлы башҡарылған проекттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләрен барланы. Вице-премьер билдәләүенсә, был төбәктәрҙең проблемаларын икенсе кимәлдә аңларға мөмкинлек бирә, илдә алып барылған төбәк үҫеше сәйәсәтенең берҙәмлеген нығыта.

Дмитрий Чернышенко билдәләүенсә, 2022 йыл йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округы планлаштырылған күрһәткестәргә өлгәшеү буйынса Рәсәйҙә дүртенсе урынды биләй.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Волга буйы федераль округының фәнни-техник үҫешенә лә иғтибар итте.

— Рейтинг лидерҙары араһында бер нисә юғары технологиялы тармаҡта махсуслашҡан субъекттар ҙа бар. Улар - Башҡортостан, Татарстан, Ульяновск өлкәһе. Һәр төбәктә ғилми ойошмаларҙың, юғары уҡыу йорттарының һәм бизнес структураларының хеҙмәттәшлек майҙансыҡтарын үҫтерергә кәрәк, - тип билдәләне Дмитрий Чернышенко.

Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса төбәктәр 5 майға тиклем проекттарға аудит үткәрергә, кәрәк булған осраҡта өҫтәмәләр индерергә, шулай уҡ раҫланған финанслау сығанаҡтарын билдәләргә тейеш. Төп бурыс – инвестицияларҙың, яңы эш урындарының тотороҡло артыуын, төбәктәрҙең һәм дөйөм округ иҡтисадының үҫеүен тәьмин итеү.

Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостанда ете ҙур проект тормошҡа ашырыла, улар иҫәбендә – вуз-ара студенттар кампусын, карбон полигондары төҙөү, пилотһыҙ осоу аппараттары кластерын булдырыу, Башҡортостан Урал аръяғының инфраструктураһын үҫтереү һәм Өфөләге транспорт селтәрен киңәйтеү.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Башҡортостан етәксеһе Һамарҙа кәңәшмәлә ҡатнашты
Башҡортостан етәксеһе Һамарҙа кәңәшмәлә ҡатнашты
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: