17 мартта Һамарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Волга буйы федераль округында Рәсәй Федерацияһы Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты. Көн тәртибендә эшлекле климатты яҡшыртыу һәм Волга буйы федераль округы төбәктәрендә инвестиция эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү торҙо.
Ултырышты Волга буйы федераль округының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе. Ул Волга буйы федераль округы субъекттарындағы иҡтисади хәлгә дөйөм баһа бирҙе. Хәлдең тотороҡлолоғон, шулай уҡ санкциялар индереүҙең кире эҙемтәләрен кәметеүҙе билдәләне.
Игорь Комаров билдәләүенсә, округта хәл дөйөм Рәсәйҙәгенә тап килә, шул уҡ ваҡытта бында бер нисә төп күрһәткестең үҫеше лә күҙәтелә. Атап әйткәндә, 2022 йылда сәнәғәт, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү, торлаҡ төҙөү, төп капиталға инвестициялар артҡан.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала инвестиция сәйәсәтенең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне.
– Санкциялар баҫымы шарттарында Башҡортостан инвестициялар йәлеп итерлек төбәк булып ҡала. 2022 йылда иҡтисадҡа инвестициялар күләме алты процентҡа тиерлек артҡан. Беҙҙә инвестициялар йәлеп итеү өсөн инфраструктур һәм инструменталь мөмкинлектәр ҙур, – тине Радий Хәбиров. – «Алға» махсус иҡтисади зонаһы икенсе йыл рәттән Рәсәйҙә иң ныҡ үҫешеүсе зона тип таныла. Республикала биш алдынғы социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе, 18 индустриаль парк, 12 технопарк бар, йәғни инвестициялар өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Эшҡыуарҙар берләшмәһе өсөн ышаныслы мөхит булдыра алғаныбыҙ мөһим. Ә бюрократик һәм документтарға бәйле мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеүгә ышанысы булһа, шул сағында бизнес та беҙҙең менән эшләргә әҙер.
glavarb.ru