Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Март 2023, 23:45

Республикабыҙҙан өс проект ҡатнаша

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров түбәндәгеләр хаҡында хәбәр итте.

Республикабыҙҙан өс проект ҡатнаша
Республикабыҙҙан өс проект ҡатнаша

Башҡортостандан өс проект “Аҡыллы ҡала” милли премияһында ҡатнаша. Улар – “Тирмә” күп функциялы һанлы платформа, “РУБИН - рөхсәт биреү документтарын рәсмиләштереүҙә ярҙам итеү”, Башҡортостандың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығының төбәк мәғлүмәт системаһы проекттары.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостанда иҡтисадтың, социаль өлкәнең һәм дәүләт идара итеүенең барлыҡ төп тармаҡтарына һанлы инструменттарҙы әүҙем сафҡа индерәләр. Ғөмүмән, республикала федераль хеҙмәттәрҙе генә үҫтермәйҙәр, төбәк проекттарын да эшләйҙәр. Күп алдынғы ҡарарҙар һынауҙы уңышлы үтте һәм тотош ил кимәлендә файҙаланыла ала.  

Быйыл “Аҡыллы ҡала” ҡала хужалығы үҫеше милли премияһын булдырҙылар. Еңеүселәрҙең шәхси, тармаҡ һәм махсус 30 номинацияла асыҡлаясаҡтар. Тапшырыу тантанаһы 13-14 апрелдә Красноярскиҙа үткәреләсәк.

Фото: minstroyrf.gov.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: