21 – 24 мартта Өфөләге Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә “Агросәнәғәт-2023” форумы һәм уның сиктәрендә “АгроКомплекс-2023” 33-сө Халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмә уҙғарыла.
Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Ауыл хужалығы һәм Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлыҡтары, Башҡортостан күргәҙмәләр комплексы һәм башҡалар.
Бөтәһе 15 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләгән был күргәҙмә Үҙәк Рәсәй, Урал һәм Себер баҙарҙары өсөн ауыл хужалығы продукцияһы буйынса яңылыҡтарҙы күрһәтеүсе иң ҙур урын булып тора. Ул донъя һәм Рәсәй агросәнәғәт компанияларының хеҙмәттәшлеге буйынса 30 йылдан ашыулыҡ тәжрибәгә эйә.
Форумдың эшлекле программаһы тармаҡтың бөтә йүнәлештәрен үҙ эсенә ала, унда бик күп эксперттарҙың, агрохолдингтар һм фермер хужалыҡтары етәкселәренең ҡатнышыуы көтөлә.
Фото: agrobvk.ru.