Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Март 2023, 22:10

Агросәнәғәт форумының пленар ултырышы алдынан күргәҙмәне бер аҙ ҡарарға өлгөргән

Андрей Назаров: "Был тармаҡта күп көслө етештереүселәр барлығына тағы бер тапҡыр инандым. Улар араһында республика предприятиелары һәм дуҫ илдәр күп". 

Агросәнәғәт форумының пленар ултырышы алдынан күргәҙмәне бер аҙ ҡарарға өлгөргән
Агросәнәғәт форумының пленар ултырышы алдынан күргәҙмәне бер аҙ ҡарарға өлгөргән

"Агрокомплекс" агросәнәғәт форумын астыҡ. Быйыл Өфө Рәсәйҙең 37 төбәгенән 340-тан күберәк компанияны ҡабул итә. Форумда һөйләшер темалар күп. Санкция баҫымы ауыл хужалығына ла ҡағылды. Бурыс - аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген һаҡлау һәм уның мөмкинлектәрен үҫтереү. Былтырғы йыл Рәсәй агросәнәғәт комплексының ныҡлы булыуын һәм ҙур ҡеүәткә эйә булыуын күрһәтте. Башҡортостанда 2022 йылда ауыл хужалығы продукцияһы 28 процентҡа артҡан һәм 247 миллиард һум тәшкил иткән. Инвестиция һалыу күләме лә 17 миллиард һумдан ашып киткән. Әле 95 миллиард һумға 60 эре инвестиция проектын тормошҡа ашырабыҙ. "Агрокомплекс" - көнүҙәк мәсьәләләрҙе профессиональ тикшереү өсөн яҡшы майҙансыҡ.

"Башспирт" күптән түгел "Продэкспо" халыҡ-ара күргәҙмәһенән бер юлы ике юғары награда алып ҡайтты. Алексеевка агросәнәғәт комплексы ассортиментын киңәйтеүен дауам итә. «Ит гастрономы» сауҙа маркаһы ярайһы уҡ йәш, әммә лайыҡлы продукт булырына ышанам – уларҙың бәлешен һәм варениктарын тиҙҙән республиканың барлыҡ сауҙа селтәрҙәрендә күрербеҙ. Белорус партнерҙарыбыҙҙың продукцияһы яҡшы -Гродно өлкәһе күргәҙмәлә ҙур коллектив стенд тәҡдим итте. Бында "Һөт донъяһы"-  Белоруссияла һөт продукцияһы етештереү буйынса лидерҙарҙың береһе, "Волковысский ит комбинаты" - ит һәм ит продукттары етештереүсе иң эре предприятиеларҙың береһе. "Беллакт" - Белоруссияла балалар өсөн ҡоро аҙыҡ етештереүсе берҙән-бер предприятие.

«Агрокомплекс» та ҡатнашыусылар исемлегендә 340-тан ашыу компания бар, барыһы тураһында ла һөйләп булмай. Әммә форум бөтәһе өсөн дә уңышлы булыр тип ышанам – был яңы баҙарҙарға сығыу һәм яңы партнерҙар табыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек", - ти Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры үҙ сәхифәһендә.

Агросәнәғәт форумының пленар ултырышы алдынан күргәҙмәне бер аҙ ҡарарға өлгөргән
Агросәнәғәт форумының пленар ултырышы алдынан күргәҙмәне бер аҙ ҡарарға өлгөргән
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: