Былтырғы йыл йомғаҡтарына ярашлы, Башҡортостан йәш һәм социаль эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙә федераль сараларҙы йәлеп итеү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урынды алды. Грант рәүешендәге дәүләт ярҙамы үткән йылда республиканың 297 эшҡыуарына бирелгән.
Был өлкәләрҙәге бизнес-башланғыстарҙы финанслауға Башҡортостанда 142,5 миллион һум йәлеп иткәндәр, шуның 131,1 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан. Ул “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы ойошторолған.
– Социаль эшҡыуарлыҡ – тормош сифатына ыңғай йоғонто яһаған йүнәлеш, ул йәмғиәт өсөн мөһим булған проблемаларҙы хәл итеүҙе күҙ уңында тота. Беҙ уға ярҙамды айырым иғтибар үҙәгендә тотабыҙ, шуныһы ҡыуаныслы: күрелгән сараларҙың йоғонтололоғон федераль рейтингтар ҙа раҫлай. Былтыр Башҡортостанда халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнгән йәш эшҡыуарҙарға грант рәүешендәге финанс ярҙамы ла күрһәтелде, – ти республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Уҙған йыл 147 социаль эшҡыуар 71,4 миллион һумлыҡ грант алды. Уға эйә булыусылар тәҡдим иткән проекттарҙың дөйөм суммаһы 107,2 миллион һумға етте, шул иҫәптән социаль эшҡыуарҙарҙың үҙҙәренең сығымы 35,8 миллион һум тәшкил итте.
Социаль эшҡыуарлыҡ нигеҙҙә ҡайһы йүнәлештәрҙә һәм тармаҡтарҙа эшләй? Ошо уҡ министрлыҡ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, уларҙың 21 проценты мәғариф өлкәһендә, 19 проценты – һаулыҡ һаҡлауҙа һәм социаль хеҙмәтләндереүҙә, 13 проценты – сауҙала, 10 проценты – мәҙәниәт учреждениеларында, спортта, ял итеү һәм күңел асыу ойошмаларында, биш проценты – бөҙрәханаларҙа һәм матурлыҡ салондарында, дүрт проценты физкультура-һауыҡтырыу эшмәкәрлегендә йүнселлек күрһәтә.
Республиканың йәш эшҡыуарҙарына өҫтәп, финанслау шарттарында дөйөм суммаһы 63,1 миллион һум булған 33 грант тапшырылған. Был грантҡа эйә булыусыларҙың проекттарҙы тормошҡа ашырыуға тотонған үҙ аҡсаһы 28,3 миллион һумға тиң.
Гранттар ҡайҙа йүнәлтелә? Финанс ярҙамының 16,5 проценты сауҙа өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға тотонола, 13,5 проценты – эшкәртеү предприятиеларындағы табышлы шөғөлдәргә, 8,3 проценты ресторандар һәм аҙыҡ-түлек килтертеү буйынса хеҙмәттәргә һәм башҡа йүнәлештәргә бүленгән.
Былтыр 11 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты һәм үҙмәшғүллек менән шөғөлләнгән алты кеше кәсепселек өлкәһендәге проекттарын ғәмәлгә ашырыуға субсидия алған, Башҡортостандың дәүләт ҡаҙнаһынан ошо маҡсаттарға һигеҙ миллион һум биргәндәр.
Быйыл да республикабыҙҙың йәш һәм социаль эшҡыуарҙары өсөн грант ярҙамы алыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн федераль һәм төбәк бюджеттарынан 209,4 миллион һум йүнәлтеү планлаштырыла. Әлбиттә, бындай грантты алыуҙың үҙ шарттары бар: өйрәтеү программалары сиктәрендә дәрестәр алыу йәки эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә арналған акселерация программаларында ҡатнашыу. “Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы” автономиялы коммерцияға ҡарамаған берекмәһе йәки “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорация” акционерҙар йәмғиәте планлаштырған уҡытыу программалары тураһындағы мәғлүмәтте “Минең эшҡыуарлығым” үҙәге консультанттарында алырға мөмкин.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН