Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Март 2023, 19:43

Сәсеү ишек ҡаға

Республика мөһим кампанияға әҙерләнә.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Башҡортостан хужалыҡтарында быйылғы баҫыу эштәренә әҙерлек тамамлана. Ауыл хужалығы техникаһы, сәсеү һәм ер эшкәртеү агрегаттары паркын яңыртыуға бәйле былтырғыға ҡарағанда 300 берәмеккә күберәк техника йәлеп ителәсәк.

– Төбәктең ауыл хужалығы пред­приятиеларының эш пландарына ярашлы, 2023 йылдың яҙғы баҫыу эштәрендә яҡынса 11 мең трактор тағылмалары һәм 5,2 мең сәсеү агрегаты ҡатнашасаҡ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урын­баҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрах­манов.

2022 йылда республиканың ауыл эшсәндәре 12,8 миллиард һумға торошло 3,2 мең берәмектән ашыу ауыл хужалығы техникаһы һатып алған, тип билдәләне ул. Агросәнәғәт комплек­сы­ның техник паркын һөҙөмтәле яңыр­тыуға төбәк программаһы булышлыҡ итә, уның буйынса ауыл хужалығы етештереүселәренә сығымдарҙың 50 процентына тиклем субсидия бирелә.

2023 йылда сәсеү эштәренә әҙерлек сиктәрендә, хужалыҡтар трактор тағылмаларын, тырма тештәрен һәм каток йүнәтеүҙе тамамлаған да инде. Тиҙҙән баҫыуҙарға сығасаҡ ер эшкәртеү һәм сәсеү машиналары әҙер буласаҡ, эштәр 95 процентҡа башҡарылған. 

Сәсеү мәсьәләһе шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Аграр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу мәсьәләләре буйынса комитет ултырышында ла ҡаралды – депутаттар быйылғы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек тураһында мәғлүмәтте тыңланы һәм тикшерҙе. Был тема буйынса Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов сығыш яһаны.

Ауыл хужалығы министрлығы күҙаллауҙары буйынса, ҡайһы бер райондарҙа аграрийҙар баҫыу эштәрен апрель башынан башлай аласаҡ.

Ужым культуралары 318,9 мең гектар майҙанда сәселгән. Шуларҙың 60 проценты һыуыҡҡа бирешмәгән һәм ҡышты яҡшы сыҡҡан, 34 проценты ҡәнәғәт­ләнерлек, алты проценты насар торошта.

– Игенселәрҙе борсоған төп мәсьәлә – орлоҡ менән тәьмин итеү. Яҙғы сәсеү өсөн ҡуҙаҡлы һәм иген культуралары 285 мең тонна күләмендә бар, был пландың 101 процентын тәшкил итә. Бынан тыш, беҙҙә страховка һәм күсмә иген фонды бар. Һатыуға 77 мең тонна орлоҡ һалынған, шуларҙың яртыһы – элиталы ашлыҡ. Сертификатлау органдары сәселгән орлоҡтарҙың 83 процентын тикшергән, уның 94 проценты дәүләт стандарттарына тап килә. Тикшереү дауам итә. Бөгөн республика биләмәһендә етештерелмәгән орлоҡтар бар: шәкәр сөгөлдөрө – 82 процент, кукуруз – 67, көнбағыш – 65, рапс – 82 процент. Был культураларҙың орлоғон һатып алыу 100 процентҡаса дауам  итәсәк. Бынан тыш, хужалыҡтар тулыһынса картуф һәм соя орлоҡтары менән тәьмин ителгән, – тине Ирек Сураҡов.

Министр урынбаҫары яҙғы баҫыу эштәрен финанслау, льготалы ҡыҫҡа мөҙҙәтле кредитлау, дәүләт ярҙамы йүнәлештәре мәсьәләләренә туҡталды, шулай уҡ депутаттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.


Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: