Мәскәүҙә Рәсәй парламентының юғарғы палатаһы бинаһында Рәсәй менән Беларусь төбәктәренең Х форумын үткәреүҙе ойоштороу комитеттарының берлектәге ултырышы булып үтте. Йыйын быйыл 24-28 июндә Өфөлә үткәреләсәк.
Февралдә ойоштороу комитеты вәкилдәре Өфөгә килеп төрлө сараларҙы үткәреү урындарын, ҡунаҡханаларҙы, экскурсия маршруттарын ҡарағайны, форум программаһы тураһында фекер алышҡайны. Бөгөнгө ултырыш киңәйтелгән форматта уҙғарылды: унда Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе урынбаҫары Юрий Воробьев, Беларусь Республикаһы Халыҡ Йыйылышының Республика Советы рәйесе урынбаҫары Валерий Бельский, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, РФ Федераль Йыйылышы һәм Беларусь Халыҡ Йыйылышы ағзалары, федераль башҡарма власть органдары вәкилдәре ҡатнашты.
Юрий Воробьев сарала ҡатнашҡандарҙы форум программаһы менән таныштырҙы.
“Төп саралар 27 июндә башланасаҡ, – тине ул. – Был көндә күргәҙмәләр эшләйәсәк, секциялар ултырыштары, йәштәр парламенттары һәм Сауҙа-сәнәғәт палаталары линиялары буйынса саралар уҙасаҡ. 28 июнгә Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко менән Беларусь Республикаһы Халыҡ Йыйылышының Республика Советы Рәйесе Наталья Кочанованың менән осрашыуы тәғәйенләнгән".
Форумдың төп майҙансығы “Торатау” конгресс-холы буласаҡ. Был турала ултырышта Андрей Назаров һөйләне.
“Торатау” конгресс-холында 300-ҙән ашыу халыҡ-ара һәм федераль саралар үткәрелде. Рәсәй һәм Беларусь төбәктәрәнең Х форумының төп саралары ла ошонда уҙасаҡ. Эргәһендә, Салауат Юлаев майҙанында, 350 квадрат метрлы заманса тирмә ҡуясаҡбыҙ, Валентина Матвиенко менән Наталья Кочанованың осрашыуы шунда үткәреләсәк”, – тине ул.
Премьер-министр әйтеүенсә, Конгресс-холда Форумдың юбилейына һәм был сараның 10 йыллыҡ тәжрибәһенә арналған күргәҙмә лә эшләйәсәк. Ә яҡын-тирәләге биләмәлә Башҡортостан һәм Беларусь предприятиеларының күргәҙмәләре буласаҡ.
Андрей Назаров социаль селтәрҙә ошо Форум тураһындағы сәхифәләре менән дә уртаҡлашты:
“Өфө – Рәсәйҙең үҙендә форумды ҡабул иткән дүртенсе ҡала. Беҙгә саҡлы Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Сочи ҡалаларына ғына ошо йыйынды үткәреү форсаты бирелгәйне. Был, ысынлап та, ҙур мәртәбә, сөнки Рәсәй менән Беларусь төбәктәренең форумы – бик ҙур масштаблы ваҡиға”.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.