Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Март 2023, 22:10

Тәүге ошондай лаборатория Өфөлә асылды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ (“Росстандарт”) етәксеһе Антон Шалаев Амран Моратшин исемендәге Дәүләт стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар төбәк үҙәгендә (ЦСМ) булды.

Тәүге ошондай лаборатория Өфөлә асылды
Тәүге ошондай лаборатория Өфөлә асылды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ (“Росстандарт”) етәксеһе Антон Шалаев Амран Моратшин исемендәге Дәүләт стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар төбәк үҙәгендә (ЦСМ) булды.

Улар еңел сәнәғәт продукцияһын һынау буйынса Волга буйы федераль округындағы тәүге лабораторияны асыуҙа ҡатнашты. Уны заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға 80 миллион һум тотонолған. Лаборатория базаһы еңел сәнәғәт предприятиеларына продукцияны һынау сығымдарын кәметеү мөмкинлеге бирәсәк, сөнки быға саҡлы ошо эште Мәскәүҙә йәки Свердловск өлкәһенә барып башҡаралар ине.  

“Беҙ бер нисә йыл рәттән еңел сәнәғәтте әүҙем үҫтерәбеҙ. Шул иҫәптән – махсус кейем, мәктәп формаһы һәм башҡа әйберҙәр тегеүҙе. Был осраҡта предприятиелар етәкселәре етештерелгән тауарҙарҙы һынау һәм сертификатлау мәсьәләһен даими күтәреп килде. Беҙҙә үҙебеҙҙең һынау майҙансығы булманы. Шуға күрә Антон Павлович Шалаев менән ошо мәсьәләне тикшерҙек. Ул беҙҙең ЦСМ-ға тейешле күрһәтмә бирҙе һәм ошондай һынау майҙансығы әҙерләнде”, – тине Радий Хәбиров.

“Росстандарт” етәксеһе Антон Шалаев Башҡортостандағы ЦСМ-дың эшенә юғары баһа бирҙе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: