Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Март 2023, 22:50

Башҡортостан Премьер-министры - Белоруссияла

Бөгөн республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән Беларусь Республикаһында.

Башҡортостан Премьер-министры - Белоруссияла
Башҡортостан Премьер-министры - Белоруссияла

“Минскиҙа эшләйем. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Белоруссия Премьер-министры Роман Головченко менән осраштыҡ. Туғандаш коллегалар менән йышыраҡ күрешә башланыҡ. Бының сәбәбе ябай ғына – алда ике ил төбәктәренең мөһим форумы. Бынан тыш уртаҡ проекттар хаҡында ла фекер алышабыҙ, улар аҙ түгел.

Ниндәйҙер кимәлдә һөҙөмтәләр тураһында ла әйтеп китергә була. Республика араһында тауар әйләнеше 12 процентҡа артты, экспорт 10,2 процентҡа тиклем, ә импорт 14,8 процентҡа тиклем үҫте. Роман Александрович ҡатнашлығында беҙҙә үтәсәк Х Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы алдынан Башҡортостанда Беларусь көндәре үткрәрергә һөйләштек”, - тип яҙып сыҡты был хаҡта Андрей Назаров.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: