Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙҙың ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы 2022 йылда 2,8 миллиард һумдан ашыу килем алған, был 2021 йыл менән сағыштырғанда 26 процентҡа күп.
– Республикабыҙҙа бөтәһе 400 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы бар, – тип һөйләй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республикабыҙҙың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Улар ҡарамағында 8,7 пайсы иҫәпләнә, был 2021 йыл менән сағыштырғанда, 1,2 меңгә артҡан. Кооперативтар үҫеш юлында, әлбиттә, дәүләт ярҙамы иҫәбенә.
Агрофорум сиктәрендә үткән түңәрәк өҫтәлдә әйтеүҙәренсә, 2022 йылда өс ауыл хужалығы кооперативының базаһын нығытыуға 15,6 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Ауыл хужалығы кооперативтары, "Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаларына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә, һиҙелерлек ярҙам алған. Дәүләт ярҙамының күләме – 173 миллион һум, ул 2023 йылда 212 миллион һумға тиклем арттырыласаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.