Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Март 2023, 21:20

Асфальт заводтары эш башлай

Төбәк тәғәйенләнешендәге юлдарҙа соҡорҙарҙы ямауҙы – 30 апрелгә, Өфөнөң үҙәк урамдарында – 10 майға, урындағы юлдарҙа 15 июнгә тиклем тамамлау күҙаллана.

Асфальт заводтары эш башлай
Асфальт заводтары эш башлай

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда республика юлдарындағы соҡорҙарҙы ямау планын да ҡаранылар.

Республиканың транспорт министры Александр Клебанов 2023 йылдың март башынан төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙың торошон тикшерә башлауҙары хаҡында хәбәр итте. 27 мартҡа ҡарата 5,1 мең япма етешһеҙлеге асыҡланған.

– Ремонт үткәреү өсөн “Башкиравтодор” 312 мең тонна ҡырсынташ һәм 5,8 мең тонна битум әҙерләне, – тине Александр Клебанов. – 26 мартта Стәрлетамаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығының асфальт-бетон заводтары эшләй башланы. Башҡа комплекстар апрель башында сафҡа индереләсәк.

Төбәк тәғәйенләнешендәге юлдарҙа соҡорҙарҙы ямауҙы – 30 апрелгә, Өфөнөң үҙәк урамдарында – 10 майға, урындағы юлдарҙа 15 июнгә тиклем тамамлау күҙаллана.

Был эш күп фатирлы йорттар ихаталарында ла үткәрелә. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова һүҙҙәренсә, 2023 йылға 41 мең квадрат метр ихата юлдарын тәртипкә килтереү планлаштырыла.

Бынан тыш, “Башҡортостан ихаталары” республика программаһы сиктәрендә 206 ихатала 4,8 мең парковка урыны төҙөкләндереләсәк.

– Ремонт эштәрен башҡарыу һәм урамдарҙы таҙартыу өсөн 2022 йылда 239 коммуналь машина-тракторҙар, экскаваторҙар, грейдерҙар, тейәгестәр, үҙбушатҡыстар һатып алынған. Бынан тыш, муниципалитеттар үҙаллы тағы 73 берәмек техника һатып алды, – тине Ирина Голованова. – 2023 йылда тағы 228 берәмек техника һатып алырға ниәтләйбеҙ.

Башҡортостан Башлығы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына һәм урындағы хакимиәттәргә ҡыштан һуң урамдарҙы, ихаталарҙы һәм йәмәғәт киңлектәрен йыйыштыра башларға ҡушты.

– Быйыл ҡар иртәрәк ирей. Бысраҡты һәм сүп-сарҙы тиҙ арала таҙартырға кәрәк. Коммуналь хеҙмәттәрҙе мобилизациялағыҙ, – тине Радий Хәбиров. – 10 апрелдә ҙур ҡалаларҙа башҡарылған эштәр тураһында доклад тыңлайбыҙ.

Фото: rb7.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: