Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Март 2023, 11:30

Ике йылда - 29 миллион доллар!

Предприятиеларыбыҙҙың Ҡаҙағстан, Беларусь, Үзбәкстан, Төркиә бизнес-миссияларында ҡатнашыу һөҙөмтәһе бына ошондай

Ике йылда - 29 миллион доллар!
Ике йылда - 29 миллион доллар!

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади йәһәттән сит илдәр менән әүҙем эшләй. Был эштең һөҙөмтәләре тураһында бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙҙы.

“Ике йыл эсендә 29 миллион долларлыҡ 33 контракт – предприятиеларыбыҙҙың Ҡаҙағстан, Беларусь, Үзбәкстан, Төркиә бизнес-миссияларында ҡатнашыу һөҙөмтәһе бына ошондай.

Бизнес-миссияны беҙҙең республиканың Экспортҡа ярҙам үҙәге менән берлектә Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы ойоштора. Һәм улар – Башҡортостандың рәсми делегациялары сәфәрҙәренең бер өлөшө. b2b форматындағы осрашыуҙар ваҡытында беҙҙең бизнес халыҡ-ара партнерҙар менән бәйләнештәрҙе яйға һала. Бына бер нисә миҫал.

Үзбәкстанға сәфәребеҙ барышында “Дуҫтар” сауҙа йорто 100 миллион һумға агросәнәғәт комплексы продукцияһын поставкалау тураһында һөйләшеп килеште.

Өфөнөң “КапМан” компанияһы Белоруссияның “Глобус”ы менән махсус кейем тегеү буйынса экспорт килешеүе төҙөнө. Хәҙер беҙҙең предприятие байтаҡ ҡына Белоруссия контрагенттары менән эшләй, Беларусь – уның төп тышҡы сауҙа партнеры.

Ҡаҙағстанға бизнес-миссия һөҙөмтәһендә Белореттың Үлсәү ҡорамалдары заводы өсөн үҙ продукцияһын поставкалауға бер нисә экспорт контракты төҙөлдө. Уға ихтыяж шул тиклем ҙур булып сыҡты, хатта предприятие Астанала үҙенең филиалын асты.

Пластмассанан көнкүреш әйберҙәре етештереүсе Октябрьскийҙан “Альтернатива Экспресс” компанияһы Беларусь һәм Үзбәкстанда бер юлы ике бизнес-миссияла ҡатнашты. Һөҙөмтәһе – һәр илгә 100 миллион һумлыҡ экспорт контракттары.

Ошондай бизнес-миссияларҙа ҡатнашыу – бизнесыбыҙ өсөн көслө үҫеш ҡоралы булыуына шатмын. Предприятиелар эшлекле бәйләнештәр булдыра, сит илдәрҙә танылыу яулай, етештереү даирәһен киңәйтә. Ә был – республикабыҙҙа йәшәүселәр өсөн яңы эш урындары.

Ошондай визиттар арҡаһында беҙҙең тышҡы сауҙа әйләнеше лә үҫә. Төркиә менән ул 37,6 процентҡа артҡан, Ҡаҙағстан менән - 10,1 процентҡа, Белоруссия менән - 12,3 процентҡа, Үзбәкстан менән - 32,6 процентҡа", - тип яҙҙы ул. 

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: