Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Март 2023, 20:10

"Агротуризм өлкәһендә артабан да үҫешергә уйлайбыҙ"

Өфөлә "Фермер мәктәбе" н тамамлаусыларға бизнесты үҫтереүгә гранттар тапшырылды.

"Агротуризм өлкәһендә артабан да үҫешергә уйлайбыҙ"
"Агротуризм өлкәһендә артабан да үҫешергә уйлайбыҙ"

Башҡортостан дәүләт аграр университеты базаһында уҡыған “Фермер мәктәбе” мәғариф проектының алтынсы курсын тамамлаусы иң яҡшы уҡыусылар “Россельхозбанк”тың “Үҙемдеке” агросәнәғәт фондының “Фермер гранты” конкурсы еңеүселәре сертификаттарын алды.

– “Фермер мәктәбе” белем биреү проекты беҙҙең фермерҙар араһында бик популяр, теоретик һәм практик курстарҙы республиканан 175 тыңлаусы үтте. Тәү сиратта, әлбиттә, проектта белем һәм һөнәр оҫталығын арттырыу өсөн ҡатнашалар. Иң яҡшыларҙың ойоштороусыларҙан гранттар алыуы ла ҡыуаныслы, был яҡшы ҡеүәт бирә. Бынан тыш, яңы эш башлаған агроэшҡыуарҙарҙың, айырыуса яҡшы өйрәтелгәндәрҙең, Ауыл хужалығы министрлығының грант программаларында ла уңышлы ҡатнашыу мөмкинлеге бар, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Конкурс комиссияһы тыңлаусылары әҙерләгән сығарылыш эштәрен яҡлау йомғаҡтары буйынса еңеүселәрҙе билдәләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, инде алтынсы тапҡыр республиканың 40 фермеры ике йүнәлеш буйынса белем алды: “Ит эшкәртеү” һәм “Һөт эшкәртеү”. “Ит эшкәртеү” һөнәре буйынса – ике, “Һөт эшкәртеү” йүнәлеше буйынса бер тыңлаусы грантҡа лайыҡ булды.

- Бөтә сығарылыш эштәре юғары кимәлдә эшләнгән. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ иң яҡшы өс фермерҙы билдәләнек һәм агроэшҡыуарлыҡты үҫтереүгә гранттар алыуға сертификаттар тапшырабыҙ, - тип һөйләне “Россельхозбанк”тың Башҡортостан филиалы директоры Алексей Самсонов.

Грант алыусылар үҙҙәре лә, “Фермер мәктәбе”ндә белем алыу уларға артабан ниндәй йүнәлештә хәрәкәт итергә ярҙам иткәне тураһында һөйләй. 

– Шулай килеп сыҡты, беҙҙә тауарҙы һатыуға бәйле ауырлыҡтар юҡ. Етештереү күләме һиҙелерлек булһа ла, миҙгелдә бер тоннаға тиклем ҡымыҙ һатабыҙ, йылҡы, кәзә, балыҡсылыҡ хужалығы тотабыҙ. Сиратта ҡунаҡ йорттары һәм ресторан тора. Агротуризм өлкәһендә артабан да үҫешергә уйлайбыҙ, – ти Әбйәлил районынан фермер Айтуған Фәттәхов.

– Ҡорот – бала саҡтан беҙгә таныш ризыҡ, әммә уның ғәжәп файҙаһы һәм үҙенсәлекле тәме менән һатып алыусыларҙы даими йәлеп итә. Уның өсөн сеймалды беҙ урындағы халыҡтан һатып алабыҙ, үҙебеҙ етештерәбеҙ. Күптәр уның бал, емеш-еләк, һурпа, ыҫлатылған булыуына ғәжәпләнә. Беҙҙең тауар әкренләп күрше төбәктәрҙе генә түгел, баш ҡаланы ла яулай бара. Шуныһы ҡыҙыҡ, һатып алыуҙар географияһы буйынса ҙур башҡорт-татар диаспораларының ҡайҙа булыуын билдәләргә мөмкин. Мәскәү, Петербург, Екатеринбург, Сорғот ҡалаларына даими рәүештә тауарҙар оҙатыла, – ти Ишембай районы эшҡыуары Мансур Ғилфанов.

Мансур Ғилфанов фекеренсә, ҡоротҡа ихтыяждың булыуы етештереүҙе арттырыуҙы талап итә, ә бының өсөн уға яңы белем кәрәк булған. “Фермерҙар мәктәбе”нең бизнес-планы өҫтөндә эшләү – ниәтләнгәнде тормошҡа ашырыуҙа беренсе аҙым ғына.

– Ит эшкәртеү менән 2012 йылдан шөғөлләнәбеҙ. Ул ваҡытта үҙ тормошомдо ҡырҡа үҙгәртергә ҡарар иттем. Һөнәрем буйынса мин металлург, ә билмән етештереү менән шөғөлләнеп киттем. Котлет һәм голубцы етештереүҙән башланым һәм Башҡортостандың бер нисә ҡалаһында колбаса һәм фирма бүлектәрен асыуға тиклем үҫтем. Алтынсы ағымдағы “Фермерҙар мәктәбе"ндә уҡыу эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә тәүге аҙналарҙан уҡ ярҙам итә башланы, сөнки беҙгә теоретик дәрестәр генә түгел, ә оҫталыҡ дәрестәре лә бирелә, беҙ шунда уҡ файҙалы бәйләнештәр булдыра башланыҡ. Шәхсән үҙем өсөн эшҡыуарлыҡтың иҡтисады йәһәтенән күп нәмә алам, – тип һөйләй Белорет эшҡыуары Константин Симонов.

Россельхозбанктың “Фермер мәктәбе” федераль белем биреү проекты – төбәктә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы Һәм Башҡортостан дәүләт аграр университеты менән берлектә тормошҡа ашырылған аграр өлкәлә эшләгәндәрҙең квалификацияһын күтәреү программаһы яңы эш башлаған агроэшҡыуарҙарҙың һөҙөмтәле фермер эшмәкәрлегенә өйрәтәсәк.

 Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: