Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Март 2023, 11:30

Федераль яңылыҡтар асыҡланды, күрһәтмәләр бирелде

Андрей Назаров республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе.

Федераль яңылыҡтар асыҡланды, күрһәтмәләр бирелде
Федераль яңылыҡтар асыҡланды, күрһәтмәләр бирелде

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында республика Премьер-министры Андрей Назаров иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә булышлыҡ итеүгә бәйле федераль яңылыҡтар тураһында һөйләне һәм төбәк башҡарма власть органдарына күрһәтмәләр бирҙе.

Мәғлүм булыуынса, уҙған аҙнала Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Владимирович Мишустин Дәүләт Думаһы ултырышында Хөкүмәттең 2022 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһағайны. Иң мөһиме – санкциялар баҫымына ҡарамаҫтан, илебеҙ иҡтисады тотороҡлолоғон юғалтманы. 2024 йылда яраҡлашыу осоро тамамлана һәм беҙ оҙайлы планға ярашлы үҫеш юлына сығасаҡбыҙ. Бизнесҡа ярҙам саралары дауам итәсәк. Төбәктәргә булышлыҡ күрһәтеләсәк. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаиләләренә айырым иғтибар бүленә.

– Был аҙнала беҙ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлеге тураһында отчет тәҡдим итәбеҙ. Рәсәй Хөкүмәте тарафынан иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә булышлыҡ итеү менән бәйле бер нисә яңылыҡ ғәмәлгә индерелде. Быйыл педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары өсөн иң яҡшы уҡытыусыларға премиялар конкурсында еңеүселәр һаны 1250 кешегә тиклем арттырыла. Йыл һайын унда бөтә илдән дүрт меңдән ашыу уҡытыусы ҡатнаша. Еңеүсе 200 мең һумлыҡ премия ала. Мәғариф һәм фән министрлығынан республика уҡытыусыларының конкурста ҡатнашыуын тәьмин итеүен үтенәм. Федераль үҙәк тарафынан бизнесҡа өҫтәмә ярҙам сараларын ғәмәлгә индереү дауам итә. Уҙған аҙнала ер участкаларына хоҡуҡты рәсмиләштереү талап ителмәгән объекттар исемлеген киңәйткән ҡарарға ҡул ҡуйылды. Уға урам кафелары асыу өсөн верандалар, шулай уҡ биналарҙы ремонтлағанда төҙөлөш техникаһын һәм материалдар ҡуйыу майҙансыҡтары индерелә, – тине Андрей Назаров.

Премьер-министр әйтеүенсә, йәмәғәт туҡланыуы өлкәһенә был ҙур ярҙам буласаҡ. Бынан ары ошондай биналарҙың хужалары кафе йәки ресторан эргәһендә майҙансыҡ асып, уны, артыҡ рәсми ғәмәлдәрһеҙ, еңел генә йыһазландыра ала. Әммә был маҡсат өсөн файҙаланылған ерҙең дәүләт йәки муниципаль милектә булыуы мотлаҡ.

Фото: pravitelstvorb.ru

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: