Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко менән берлектә Союз дәүләтенең Министрҙар Советы ултырышын үткәрҙе.
Ултырышта шулай уҡ Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең 24-28 июндә уҙасаҡ Х форумына айырым анонс яһалды.
“Июндә Өфөлә үткәреләсәк юбилей форумының уңышлы буласағына иҫәп тотабыҙ, – тине Михаил Мишустин. – Ул яңы файҙалы бәйләнештәр урынлаштырыу өсөн һәйбәт мөмкинлек тыуҙырасаҡ. Яңы проекттарға ла башланғыс һалынасағына ышанам”.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй менән Беларусь төбәктәренең форумы йыл һайын үткәрелә, ул төбәктәр, ойошмалар һәм эшҡыуарҙар араһында бәйләнештәрҙе киңәйтеү маҡсатын ҡуя.
"Башинформ" фотоһы.