Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2014 йылдың 15 октябрендәге 469-сы “Ойошмаларға Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә пассажирҙарҙы дәүләт көйләнгән хаҡтар (тарифтар) һәм ташламалы юл билеттары буйынса йөрөтөүҙән алынып етмәгән килемдәрҙе ҡайтарыуға субсидияларҙы биреү тураһында” (редакция 2023 йылдың 22 февраленән) Башҡортостандың барлыҡ социаль карталарында һәм “Алға, Башҡортостан” карталарында берҙәм социаль юл йөрөү билеты буйынса сикләү индерелә.
2023 йылдың 1 апреленән Берҙәм социаль юл йөрөү билеты буйынса йөрөү һаны түләнгән календарь айы буйынса 90-ды үтә алмай.
Календарь айҙа 90 йөрөү “Алға” берҙәм транспорт, Уҡыусы, Мәктәп хеҙмәткәре (браслет, карта, брелок формаһында), Корпоратив транспорт, “Алға” виртуаль карталарына, шулай уҡ Башҡортостандың социаль һәм “Алға, Башҡортостан!” карталарындағы “Алға” берҙәм транспорт картаһы” транспорт ҡушымтаһына таралмай.
Башҡортостандың социаль һәм “Алға, Башҡортостан!” карталарын файҙаланып, юл хаҡын бер нисә ысул менән түләргә мөмкин:
Башҡортостан Республикаһы ҡарарына үҙгәрештәр Башҡортостан Республикаһы хоҡуҡи мәғлүмәттәр рәсми интернет-порталында бар (https://npa.bashkortostan.ru/38341).
Фото: rb7.ru