Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Март 2023, 14:30

Төп тармаҡтарҙа үҫеш бар

Иҡтисад фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының кафедра доценты Розалия Шәрәфуллина фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Төп тармаҡтарҙа үҫеш бар
Төп тармаҡтарҙа үҫеш бар

Кисә Башҡортостан Хөкүмәте 2022 йылға эшмәкәрлеге буйынса отчет тәҡдим итте. Уны тыңлағандан һуң иҡтисад фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Иҡтисад, финанс һәм бизнес институтында иҡтисад һәм төбәктәр үҫеше кафедраһы доценты Розалия Радмир ҡыҙы Шәрәфуллина үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Уны һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. 

Республика иҡтисадтың төп тармаҡтарында – сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм төҙөлөштә күрһәткестәрҙең артыуын күрһәтте. Был һөҙөмтәләр халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу өсөн нигеҙ булып тора.

2022 йыл йомғаҡтары буйынса сәнәғәт етештереүе индексы 102,7 процент тәшкил итте, был илдәге уртаса күрһәткестән юғары. Ике йыл рәттән республика сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында төбәктәр араһында иң яҡшыһы тип танылды. Инвестиция эшмәкәрлегендә үҫеш алты процент тәшкил иткән, тәүге тапҡыр 500 миллиард һумлыҡ сик үтелгән. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының пилот төбәге булараҡ кластер моделе уңышлы тормошҡа ашырыла, “Алға” махсус иҡтисади зонаһы икенсе йыл рәттән илдә иң йылдам үҫешеүсе тип танылды. Бөгөн Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса тәүге ун төбәк иҫәбенә инә, ул Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. Республика торлаҡты сафҡа индереү буйынса тарихи максимумға - өс миллион квадрат метрға өлгәште. Ауыл хужалығының тулайым продукция күләме 28 процентҡа артҡан (бөтәһе биш миллион тонна иген йыйылған).

Был иҡтисади һөҙөмтәләр социаль өлкәне үҫтереүгә лә йоғонто яһай: республикала эшһеҙлек бик түбән - 3,4 процент, көтөлгән ғүмер оҙайлығы 73 йәшкә тиклем артты. Һуңғы өс йылда төбәк илдә - 23-сө, Волга буйы федераль округында 11-се урындан 3-сөгә күтәрелде. 2022 йылда 36 мең 213 бала тыуған (Волга буйы федераль округында 2-се урын). Сабыйҙар үлеме - 25 проценттан ашыуға, дөйөм үлем күрһәткесе 26,5 процентҡа кәмегән. Медицина учреждениеларының 16 объектын проектлау һәм төҙөү бара. Ауыл халҡы өсөн медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыу мөһим. 2023 йылдан алып ҙур булмаған тораҡ пункттарҙа эшләй башлаған терапевтар, педиатрҙар һәм дөйөм практика табиптары өс миллион һум аҡса ала. Алдағы өс йылда 12 поликлиниканы, 327 фельдшер-акушерлыҡ пунктын һәм табип амбулаторияһын, 24 участка дауаханаһын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Спорт тармағын, мәҙәниәт өлкәһен һаҡлау, үҫтереү өсөн “Ауыл тренеры”, “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программалары мөһим, улар ярҙамында урындарҙа эшләгән белгестәр субсидиялар ала. Льготалы категориялы граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса финанслау артҡан - дүрт йылда 12 миллиард һумға яҡын. Торлаҡ менән тәьмин ителгәндәр йәки уны һатып алыуға 41 425 кеше сертификат алған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа 28 миллиард һум самаһы бюджет средстволары һалынды, транспорт комплексын һәм юл хужалығын үҫтереүгә республика бюджетынан 50 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде.

Мәғариф объекттары һаны буйынса республика тотороҡло рәүештә тәүге биш төбәк иҫәбенә инә. Был өлкәне үҫтереүгә яҡынса 91 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Был – уҙған өс йыл эсендә иң ҙур сумма. 2022 йылда 5,5 мең урынлыҡ биш мәктәп һәм 510 урынлыҡ дүрт балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән. Мәктәп биналарына капиталь ремонт үткәреү президент программаһы ярҙамында ике йылда капиталь ремонт үткәреүгә 7,8 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Һөҙөмтәлә 140 мәктәп бинаһы ремонтланырға тейеш. Рәсәй Президентының өс йәшкәсә балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында барыһын да тулыһынса тәьмин итеүгә өлгәшеү буйынса Указы ваҡытынан алда үтәлде. Башҡортостанда “Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты” тигән үҙенсәлекле проект тормошҡа ашырыла. Ул илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды һәм башҡа төбәктәрҙә таратыу өсөн тәҡдим ителде.

Иҡтисадта перспективалы фәнни-технологик нигеҙҙәр өсөн база булдырыу дауам итә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан һанлы трансформация рейтингында 33 баҫҡысҡа күтәрелеп, илдә алтынсы урынға сыҡҡан. Төбәктәрҙе фәнни-технологик үҫтереүҙең беренсе милли рейтингында Башҡортостан биш лидер иҫәбенә инде һәм юғары дүртенсе урынды биләне. Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ошо йүнәлештә эшләү өсөн төп майҙансыҡҡа әүерелде. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә ҡатнашыусылар, шул иҫәптән Өфө фән һәм технологиялар университеты, “Өҫтөнлөк 2030” күләмле федераль үҫеш программаһын тормошҡа ашыра. Урта һөнәри белем биреү системаһын нығытыу өсөн (башлыса, ремонт эштәре) 500 миллион һум бүленгән.

Туризм тармағы ла республикабыҙ үҫеше нөктәләренең береһе булып тора. Сәнәғәт, геологик, танып белеү, ваҡиғалар туризмы алға бара. 2022 йылда Башҡортостанға яҡынса ике миллион турист килгән, был Волга буйы федераль округында тәүге өс лидер иҫәбендә юғары позицияларҙы тәьмин иткән.

Хөкүмәттең экология өлкәһендәге эшмәкәрлеге “сүп-сар” реформаһын тормошҡа ашырыуға, ер аҫтын рациональ файҙаланыуҙы тәьмин итеүгә, урмандарҙы һаҡлауға, тирә-яҡ мөхиткә йөкләмәне кәметеүгә йүнәлтелде. Әлеге ваҡытта республикала – 25,5 мең йыһазландырылған майҙансыҡ һәм ҡалдыҡтар өсөн 73 меңдән ашыу контейнер, был реформа башланған мәлгә ҡарағанда өс тапҡырға күберәк. 2022 йылда илдә ҡалдыҡтарҙы айырым туплау өсөн контейнерҙар һатып алыуға иң ҙур субсидия алынған – 170 миллион һум. Бөгөнгә барлыҡ муниципалитеттарҙа 17 меңдән ашыу контейнер ҡуйылған. 2022 йылда ҡырҡылғанға ҡарағанда 30 процентҡа күберәк урман тергеҙелгән. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан ултыртылған урмандар майҙаны буйынса, ғәҙәттәгесә, Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.

Әйтергә кәрәк, бығаса булмаған санкциялар шарттарында Башҡортостан Республикаһы иҡтисады, дөйөм алғанда, уртаса һөҙөмтәләр күрһәтә, ә ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса үҫеш бар. Был эске ресурстар йәлеп итеү һөҙөмтәһе булып тора, шулай уҡ Хөкүмәт командаһы менән берлектә республика Башлығының көсөргәнешле эшләүе мөһим роль уйнай. Шулай ҙа айырым илдәр яғынан Рәсәй иҡтисадын яһалма сикләүҙең оҙайлы эҙемтәләргә килтереүе һәм дәүләтебеҙҙең, төбәктең иҡтисади үҫешенә кире йоғонто яһауы ихтималлығын оноторға ярамай. Шуға күрә эске етештереүҙе үҫтереүгә, уға булышлыҡ итеүгә, шулай уҡ Рәсәй менән халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә асыҡ илдәр менән сауҙа, инвестиция кооперацияһына тағы ла ҙурыраҡ иғтибар бүлергә кәрәк.

Фото: bashedu.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: