Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо уңайҙан социаль селтәрҙәге сәхифәһендә үҙенең яҙмаһы менән дә уртаҡлашты.
- Абхазияла эшләйбеҙ. Ил президенты Аслан Георгиевич Бжания менән берлектәге эш перспективаларын тикшерҙек. Беҙҙең тауар әйләнеше әлегә ҙур түгел. Уны арттырыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар. Беҙҙе Абхазиянан ауыл хужалығы продукцияһын импортлау ҡыҙыҡһындыра. Башҡортостан үҙ сиратында эшкәртеү сәнәғәте, нефтъ химияһы һәм башҡа продукцияны тәҡдим итергә әҙер.
Туризм өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Беҙ республикабыҙ халҡына был матур илде асырға әҙер. Бында күркәм тәбиғәтте, диңгеҙҙе, байтаҡ уникаль тарихи объекттарҙы күрергә мөмкин. Беҙҙең делегация составына туризм, мәғариф министрлығынан, туроператорҙар вәкилдәре лә бар. Был сәфәребеҙҙән һуң бер нисә программаға үҙгәрештәр индерәсәкбеҙ: мәктәп туризмына һәм “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” сиктәрендәге өлкәндәр өсөн туризмға. Был программаларҙа ҡатнашыусылар өсөн Абхазияла ял итеү мөмкинлеген асасаҡбыҙ.
Беҙҙең сәфәр башҡорт-абхаз дуҫлығын артабан нығытырына ышанам.
Фото: Радий Хәбиров сәхифәһенән.