Быйыл Башҡортостан балалар туризмын үҫтереүгә федераль ҡаҙнанан 188,7 миллион һум аласаҡ. Республика ҡаҙнаһынан да өҫтәмә рәүештә 75,5 миллион һум йүнәлтелә.
Һөҙөмтәлә 5-9-сы кластар өсөн 37 743 уҡыусыға турҙар ойоштороу мөмкинлеге бирәсәк. Үткән йылдан алып Башҡортостан “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектын (национальный проект "Туризм и индустрия гостеприимства") тормошҡа ашырыуҙа әүҙем эшләй. Ошо милли проект сиктәрендәге “Социаль өлкәлә дәүләт (муниципаль) хеҙмәттәр күрһәтеүгә дәүләт (муниципаль) социаль заказ тураһында”ғы Федераль законды үтәүҙә республика 18 пилот төбәге исемлегенә индерелгән. Был проекттың абруйы арта бара, быйыл унда ҡатнашыусылар һаны өс тапҡырға артыр тип көтөлә.
Фото: “Башинформ”.