Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Март 2023, 18:30

Башҡортостан алдынғылар иҫәбенә инде

Төбәктәрҙең иҡтисади яраҡлашыу рейтингы төҙөлдө.

Башҡортостан алдынғылар иҫәбенә инде
Башҡортостан алдынғылар иҫәбенә инде

“Незыгарь” федераль телеграм-каналы 2022 йылда Рәсәй төбәктәренең интеграль иҡтисади яраҡлашыу рейтингын тәҡдим итте. Эксперттар, статистика мәғлүмәттәренә таянып, төбәк үҫешенең төп һан һәм сифат күрһәткестәрен анализланы. Ошо анализға ярашлы, Башҡортостан рейтингта өсөнсө урынды яуланы. Тәүге өсәү иҫәбенә шулай уҡ икенсе урындағы Мәскәү һәм беренсе урынды алған Ростов өлкәһе инде. “Башинформ” агентлығы аналитиктарҙың һығымталары тураһында ентеклерәк таныштырҙы.

Иҡтисад һынауҙарға бирешмәй

2022 йылда Рәсәй төбәктәренә байтаҡ ҡатмарлы социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итергә, ә уларҙың етәкселегенә илдәге иҡтисади һәм сәйәси хәлде, махсус хәрби операция барышын, тышҡы иҡтисади талаптарҙы иҫәпкә алырға тура килде. Рейтингты төҙөүҙә сәнәғәт етештереүе индексы, иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре (файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, эшкәртеү производствоһы) буйынса етештереү индексы, төҙөлөш һәм торлаҡты сафҡа индереү күләме кеүек мөһим күрһәткестәр файҙаланылды. Был мәғлүмәттәрҙе “Росстат” тәҡдим итте. Статистика мәғлүмәттәренән тыш, эксперттар сифат күрһәткестәрен дә, атап әйткәндә, төбәктәрҙең яңы шарттарҙа һөҙөмтәле идара итеү һәләтен, халыҡ-ара әүҙемлекте һәм башҡаларҙы баһаланы.

Эксперттар фекеренсә, рейтингтағы тәүге биш субъект (Ростов өлкәһе, Мәскәү, Башҡортостан, Татарстан һәм Чечня) – иҡтисади системаһы тотороҡло булған ҡеүәтле төбәктәр. Ростов өлкәһе сәнәғәт етештереүенең юғары күрһәткестәрен һаҡлап ҡалды һәм, махсус хәрби операция зонаһына яҡын булыуға ҡарамаҫтан, тотороҡло үҫешен дауам итә. Илдең баш ҡалаһының социаль-иҡтисади ҡеүәте берәүҙә лә шик тыуҙырмай, ә бизнесҡа һәм етештереүгә һөҙөмтәле ярҙам сараларын, ҙур сәнәғәттең, шул иҫәптән авиация сәнәғәтенең потенциалын һаҡлап ҡалыуҙы, мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына әүҙем ярҙам системаһын эксперттар Башҡортостандың төп үҙенсәлеге тип иҫәпләй. Әйткәндәй, был турала Башҡортостан Хөкүмәтенең Дәүләт Йыйылышындағы отчетында ентекле мәғлүмәт бирелде.

Былтыр Рәсәйҙә сәнәғәт етештереүе индексы бер аҙ (0,6 процентҡа) кәмене. Сәнәғәт йәһәтенән алға киткән ҡайһы бер төбәктәрҙә был күрһәткес байтаҡҡа түбәнәйгән (мәҫәлән, Мәскәү һәм Ленинград өлкәләрендә ул 3 һәм 2,9 процент тәшкил иткән). Был иһә санкцияларҙың эҙемтәһе һәм ҙур халыҡ-ара компанияларҙың Рәсәйҙән китеүе менән аңлатыла. Башҡортостанда был юҫыҡта 2,7 процентҡа үҫеш күҙәтелә. Эксперттар быны төбәк етәкселеге тарафынан ваҡытында ярҙам сараларын ғәмәлгә индереү, шулай уҡ төбәк иҡтисадының дөйөм тотороҡлолоғо менән бәйләй.

Былтыр илдең төҙөлөш тармағы ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән, төҙөлгән торлаҡ күләме 11 процентҡа артып, рекордлы күрһәткескә – 102,7 миллион квадрат метрға еткән. Мәскәү һәм Ленинград өлкәләрендә, Краснодар крайында айырыуса ҙур үҫеш булған. Аналитиктар был йәһәттән Башҡортостанды ла, уның юғары күрһәткестәрҙе һаҡлап ҡалыуын – илдә етенсе урынды яулауын да айырып билдәләй. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан төҙөлөш буйынса үҙ рекордын ҡуйҙы  – өс миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡты сафҡа индерҙе.

Уйланылған сәйәсәт

Эксперттар билдәләүенсә, Рәсәй йәмғиәте әкренләп махсус хәрби операция үткәреүгә яраҡлаша, ә төбәк власы ошоға бәйле баланслы идара итеү системаһын төҙөнө. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеүгә ҡоролған социаль йүнәлешле сәйәсәт алып барған, ҡыйынлыҡтар тыуа ҡалһа, йылдам эш иткән, уйланылған иҡтисади һәм мәғлүмәт сәйәсәте алып барған төбәктәрҙе айырыуса уңышлы тип билдәләйҙәр, ундай региондарҙың башлыҡтары ла, идара итеү командалары ла махсус хәрби операция буйынса әүҙемлек күрһәтә.

Махсус хәрби операция шарттарында Башҡортостан, Чечня һәм Мәскәү өлкәһе айырыуса һөҙөмтәле эш итә. Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан әҙерләнгән ярҙам саралары сифат яғынан башҡаларҙан айырылып тора – мәҫәлән, республика власы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һөнәри һәм өҫтәмә һөнәри белем алыуға социаль сертификат бирә башланы. Бынан тыш, эшселәрен мобилизациялауға бәйле ҡытлыҡ кисереү хәүефе тураһында белдергән 640 предприятиеның һәр ҡайһыһына хәлде контролдә тотоу бурысы йөкмәтелгән махсус хеҙмәткәр беркетелгән, эшселәр баҙарын көйләү маҡсатында хеҙмәткәрҙәргә ихтыяж булған 2,5 меңгә яҡын эш биреүсе реестры төҙөлгән”, – тиелә эксперт докладында.

Аналитиктарҙың фекеренсә, Башҡортостан кеүек хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына әүҙем ярҙам иткән төбәктәр быны бюджетҡа зыян килтермәйенсә тормошҡа ашыра ала. Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 33 ярҙам сараһы ҡаралған. Улар иҫәбенә ирекмәндәргә түләүҙәр, бушлай ҡайнар аш, уҡыуға сертификат, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын дөйөм ятаҡтарҙа урындар менән тәьмин итеү һәм башҡалар инә.

Тырышлыҡ һөҙөмтәһен бирә

Эксперт докладында Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә халыҡ-ара әүҙемлектең кәмеүе билдәләнә. Сәбәбе – иғтибарыбыҙ йүнәлтелгән илдәр ҡайһы саҡта Рәсәй иҡтисадына аҡса һалырға әҙер түгел, ә йыш ҡына үҙҙәре Рәсәй инвестицияларын йәлеп итеү яҡлы. Иҡтисади яҡтан алға киткән төбәктәрҙә (Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Свердловск өлкәһендә, Башҡортостанда) иһә хәл бөтөнләй башҡаса.

“Йыш ҡына был – төбәк етәкселәренең һәм Хөкүмәт башлыҡтарының шәхси ресурстары, бәйләнештәре һәм лоббистик мөмкинлектәре эҙемтәһе. Тимәк, иҡтисади ҡеүәте түбәнерәк булған субъекттар потенциаль сит ил инвесторҙарын аҙыраҡ ҡыҙыҡһындыра”, – тип аңлатма бирә бындай тигеҙһеҙлеккә аналитиктар.

Эксперттар, төбәктәргә артабан да яңы ысынбарлыҡҡа яраҡлашырға тура киләсәк, шуға күрә әлеге шарттарға тап килгн өр-яңы иҡтисади моделде төҙөү мөһим, тигән фекерҙә. Аналитиктар был йәһәттән конкурентлыҡ секторын әүҙемләштереү санкциялар осоронда иҡтисадтың тотороҡлолоғон тәьмин иткән Ростов өлкәһендә, Башҡортостанда һәм Татарстанда һайланған алымды файҙаланырға кәңәш итә.

“Был төбәктәр йүнселдәргә, шул иҫәптән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү йәһәтенән йылдам сара күргән, шуға ла уларҙа иҡтисадты үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр күҙәтелә”, – тиелә докладта.

Әйткәндәй, йыл башында Өфөгә сәфәре барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин да Башҡортостан иҡтисадының үҫеш темпын юғары баһалағайны. “Ҡыйынлыҡтарға һәм тышҡы проблемаларға ҡарамаҫтан, республика йылдам үҫә. Төп үҫеш күрһәткестәренең барыһы буйынса ла яҡшы темп алынған”, – тигәйне Президент.

Үрҙә телгә алынған тенденцияларға нигеҙләнеп, эксперттар төбәктәрҙә социаль-иҡтисади үҙгәрештәр дауам итәсәк, тигән һығымтаға килә. Илдең Европа өлөшөндәге төбәктәрҙең мөмкинлектәре киң, улар халыҡтың күпләп ситкә китеүе күҙәтелгән Себер һәм Алыҫ Көнсығыш субъекттарына ҡарағанда көрсөктө еңел үтә. Был биләмәләр рейтингта түбән позицияларҙы биләй, шул уҡ ваҡытта геосәйәси хәлде һәм Ҡытай менән бәйләнеште киңәйтеүҙе иҫәпкә алғанда, уларҙың ҡеүәте әлегә тулыһынса файҙаланылмаған. Хәҙер иһә баш ҡала төбәктәренең, курортлы Краснодар крайының һәм Башҡортостандың хәле отошлораҡ.

“Һуңғы йылдарҙа халыҡтың баш ҡалаларҙа түгел, ә уларҙың эргәһендә күпләп урынлашыуы күҙәтелә. Был иһә Мәскәү һәм Ленинград өлкәләре, йәнә халыҡты йәлеп итеү үҙәктәренә әүерелерлек төбәктәр (Краснодар крайы, Башҡортостан, ҡайһы бер мегаполистар) өсөн иҡтисади үҫешкә юл аса”, – ти эксперттар.

Фото: bashinform.ru

Сығанаҡ: bashinform.ru

 

Башҡортостан алдынғылар иҫәбенә инде
Башҡортостан алдынғылар иҫәбенә инде
Башҡортостан алдынғылар иҫәбенә инде
Башҡортостан алдынғылар иҫәбенә инде
Башҡортостан алдынғылар иҫәбенә инде
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: