Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Апрель 2023, 12:00

Абхазияға – башҡорт балы, ҡаҙы, ҡымыҙы...

Премьер-министр хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәрҙең киң булыуын билдәләне.

Абхазияға – башҡорт балы, ҡаҙы, ҡымыҙы...
Абхазияға – башҡорт балы, ҡаҙы, ҡымыҙы...

Башҡортостан делегацияһының Абхазияға эш сәфәре барышында республика менән яҡындан таныштырыу сараһы үтте. БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров абхаз коллегалары алдында сығыш яһап, төбәгебеҙҙең иҡтисади, инвестиция мөмкинлектәре, хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тураһында ентекле итеп һөйләне.

Андрей Назаров һуңғы тиҫтә йылдар дауамында Рәсәй менән Абхазия араһында ныҡлы сауҙа бәйләнештәре урынлашыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡортостандың да Абхаз Республикаһы менән иҡтисади һәм сауҙа бәйләнештәрен нығытыуға ҡыҙыҡһыныу белдереүен билдәләне.

Премьер-министр төбәгебеҙҙең визит карточкаһы булған тауарҙарға ла туҡталды. Улар – башҡорт балы, башҡорт ҡаҙы, үләндәр, бәлзәмдәр, ҡымыҙ, йылҡы итенән эшләнгән ризыҡтар. Башҡортостандан Абхазияға иген, ярмалар, һөт продукцияһы, кондитер ризыҡтары, тоҡомло мал һәм материал оҙатырға мөмкин.

- Төбәк етәкселеге Башҡортостандан Абхазияға туристар ағымын арттырырға әҙер, төркөм менән сәйәхәттәр ойошторорға мөмкин. Бер үк ваҡытта Абхазия халҡы өсөн беҙҙә экскурсия, этнография турҙары ойоштороуҙы, шифаханаларҙа ял итеү мөмкинлектәрен ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. Әлеге ваҡытта, һеҙҙә, Абхазияла, балалар лагеры йәки шифаханаһы асыу вариантын да ҡарайбыҙ, - тине Андрей Назаров.

Башҡортостандың Премьер-министры республикала бизнесты үҫтереү һәм яҡлау сараларына айырым туҡталды.

– 2024 йылда Башҡортостанда ҙур сара үтә. Баш ҡалабыҙ Өфө 450 йыллығын билдәләй. Абхазия делегацияһын юбилей сараларында ҙур ҡыуаныс менән көтөп ҡалабыҙ. Беҙҙә әйткәнсә: Рәхим итегеҙ! – тине сығышында Андрей Назаров.

Абхазияға эш сәфәре хаҡында Премьер-министр социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә лә яҙма менән уртаҡлашты.

“Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһының Абхазияға эш сәфәре барышында киләсәккә хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен ҡараныҡ.

Ике республиканың Иҡтисад министрлыҡтары араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү программаһы булдырыу тураһында килештек.

Рәсәй һәм Абхазия туроператорҙары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Былар Башҡортостан-Абхазия мөнәсәбәттәренә яңы үҫеш өсөн импульс булырына ышанам. Абхазия ҡунаҡсыллығы, диңгеҙ яры һәм климаты менән беҙҙең һөйөүҙе яуланы. Абхаз халҡы өсөн беҙҙең тәҡдимдәр ҙә ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайым”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.

Фото: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: