Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Апрель 2023, 17:15

Сәсеү башланды

Был турала аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә  белдергәндәр

Сәсеү башланды
Сәсеү башланды

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙҙа яҙғы сәсү эштәре башланған. Бөгөн 11 район хужалыҡтары ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыуға төшкән. Шуныһы, республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышындағы Ҡыйғы районы уңғандары ла баҫыуға төшкән. Был турала аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республикабыҙҙың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдергән.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, илебеҙҙең 33 төбәге сәсеү кампанияһын башлаған. Беҙгә лә яҡшы күрһәткестәр күрһәтергә кәрәк.

– Ғөмүмән, яҙғыһын сәсеүҙе ике миллион 170 мең гектар майҙанда башҡарырға кәрәк, – тине Илшат Фәзрахманов. – Ужым бойҙайы 319 мең гектар майҙанға сәселгәйне, был үткән осорға ҡарағанда 56 мең гектар ергә күберәк. Яҙғы клин бер миллион 440 мең гектар майҙанға сәселәсәк, ҡарабойҙай менән борсаҡтың сәсеүлек майҙаны ла артасаҡ. Әйткәндәй, ужым культуралары майҙанының 94 проценты яҡшы ҡышлаған. Шәкәр сөгөлдөрө һәм май культуралары иҫәбенә, техник культураларҙың майҙаны 7,8 мең гектарға артасаҡ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: