Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Апрель 2023, 18:30

Авиарейстар артасаҡ

Быйыл Белоруссияға, Үзбәкстанға авиарейстар һаны артасаҡ, бынан тыш Иранға авиамаршрут асыу мәсьәләһе тикшерелә. Ошо хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде.

Авиарейстар артасаҡ
Авиарейстар артасаҡ

Быйыл Белоруссияға, Үзбәкстанға авиарейстар һаны артасаҡ, бынан тыш Иранға авиамаршрут асыу мәсьәләһе тикшерелә. Ошо хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде.

“Ирандың “Махан Эйр” һәм Рәсәйҙең “РедВингс” авиакомпанияларының Өфө – Тегеран маршрутын асыу ҡарала”, – тине кәңәшмәлә республиканың  транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Был авиакомпаниялар әле ошо маршруттарҙың финанс йөкмәткеһен тикшереү менән мәшғүл. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, бында осош һандарын арттырыуҙы ғына түгел, уларҙы ойоштороуҙың юғары кимәлдә булыуын һәм рейстарҙы ҡайһы берҙә алып ташлау осраҡтарына юл ҡуймауҙы ла уйларға кәрәк.

Сәмәрҡәндкә һәм Минскиға тура авиарейстар аҙнаһына бер тапҡыр башҡарыла, уларҙы аҙнаһына икешәр итеү мәсьәләһен ҡарайҙар.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: