Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Апрель 2023, 11:20

Баймаҡта агрономия конференцияһы бара

Әле Баймаҡ ҡалаһында быйылғы яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү буйынса зона кәңәшмәһе үтә.

Баймаҡта агрономия конференцияһы бара
Баймаҡта агрономия конференцияһы бара

Тиҙҙән аграрийҙар өсөн иң яуаплы осор - яҙғы баҫыу эштәре башлана. Бөгөн Баймаҡ ҡалаһында 2023 йылда яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү буйынса Урал аръяғы районының аграрийҙарының зона агроконференцияһы бара. Сарала шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов, БР ауыл хужалығы министры урынбаҫарҙары Ирек Сураҡов, Павел Иофинов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев,  төбәк район башлыҡтары, ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарҙары, баш агрономдар, фермерҙар һәм башҡалар ҡатнаша.

Илшат Фәзрахманов конференцияны асып, республикала яҙғы сәсеү эштәре башланыуы хаҡында белдерҙе. Бөгөн 11 район хужалыҡтары ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыуға төшкән. 

Илшат Илдус улы сарала ҡатнашыусыларҙы 2023 йылда БР агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙең стратегик йүнәлештәре менән таныштырҙы. Шулай уҡ быйыл льготалы кредитлау программаһын һәм дәүләт ярҙамы сараларын тормошҡа ашырыу юлдары хаҡында Рәмил Нуриәхмәтов, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеге тураһында Ирек  Сураҡов үҙ сығыштарында бәйән итте.

Сарала ҡатнашыусыларҙы Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев сәләмләне һәм районда яҙғы сәсеүгә әҙерлек хаҡында таныштырып үтте.

-Баймаҡ районында 2023 йылғы яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү буйынса зона агрономия конференцияһында ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләйем! Иҡтисадтың аграр секторына айырым иғтибар бүләбеҙ. Социаль өлкәне үҫтереү, ауылдарҙы төҙөкләндереү, халыҡтың мәшғүллеге ауыл хужалығы эшсәндәренең хеҙмәт һөҙөмтәһенә бәйле. Былтыр райондың ғәмәлдәге ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, кооперативтары һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтары юғары үҫеш темптарын тәьмин итте.

Игенселәр өсөн яуаплы ваҡыт етте. Быйыл район буйынса сәсеү майҙаны 107 мең гектар тәшкил итәсәк, ауыл хужалығы етештереүселәренә 86 мең гектар майҙанда яҙғы культуралар сәсергә кәрәк, шул иҫәптән ҡуҙаҡлы яҙғы культуралар - 73,6 мең гектар, техник культуралар - 4 мең гектар, мал аҙығы культуралары - 8 мең гектар, уҙған йылдарҙағы күп йыллыҡ үләндәр - 21 мең гектар.

2023 йылғы уңыш өсөн етерлек күләмдә - 13 мең тонна ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоғо һалынған, план үтәлеше 122% тәшкил иткән. Орлоҡтар тикшерелгән, бөтә партиялар ГОСТ-ҡа тап килә, алдағы көндәрҙә уларҙы ағыулау эштәрен башланасаҡ. Бөгөн яҙғы баҫыу эштәренә техника һәм ауыл хужалығы машиналары етди әҙерләнә. Тракторҙар 95 процентҡа ремонтланған, тракторҙарҙың 54 проценты техник тикшереү үткән, сәсеү агрегаттары һәм тупраҡ эшкәртеү ҡорамалдары 97 процентҡа әҙер, тотона торған материалдар һатып алына.

Эш планына ярашлы, сәсеүгә 142 сәсеү агрегаты йәлеп ителәсәк, тупраҡты эшкәртеүгә 115 трактор сығасаҡ. 165 тонна яғыулыҡ-майлау материалы һатып алынған, был талап ителгәндең 73 процентын тәшкил итә. Хаҡтарҙың артыуына ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары техниканы яңыртыу мөмкинлеген таба. Йыл башынан алып 68 миллион һумға 19 берәмек техника, ауыл хужалығы машиналары һәм ҡорамалдар һатып алынған.

Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра, тигән мәҡәлде Баймаҡ игенселәр яҡшы аңлай. Көндәр йылыныу менән улар баҫыуға төшәсәк, быйыл да яҙғы баҫыу эштәрен тиҙ арала атҡарып сығырбыҙ тигән ниәттә ҡалам. Шифалы ямғырҙар ваҡытында яуып, көҙөн мул уңыштар алырбыҙ, тигән ышаныс һәм өмөт һәр беребеҙҙең күңелдәрендә, - тине Фәнис Ғәбдрәшит улы.

Агроконференцияла ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн төрлө күргәҙмәләр ойошторолғайны. Баймаҡ районының ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәре үҙ проектын тәҡдим итте. Мәҫәлән, Һаҡмар ауылы фермеры Илфат Сәфәрғәлиндең сифатлы һәм хәләл иттән етештерелгән ит ризыҡтары - билмән, тефтели, голубцы кеүек ярымфабрикаттарына ихтыяж һәр саҡ ҙур.

Баймаҡта үткән агроконференция тураһында тулыраҡ гәзит биттәрендә танышырһығыҙ.

Автор фотолары.

Баймаҡта агрономия конференцияһы бара
Баймаҡта агрономия конференцияһы бара
Баймаҡта агрономия конференцияһы бара
Баймаҡта агрономия конференцияһы бара
Баймаҡта агрономия конференцияһы бара
Баймаҡта агрономия конференцияһы бара
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: