Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Апрель 2023, 13:15

Белорус аграрийҙары беҙгә ташлама бирә

Белоруссияның “Гомсельмаш”, “Гомельагрокомплект” һәм “Гомель ҡойоу һәм нормаль заводы” компаниялары Башҡортостан аграрийҙарына өҫтәмә рәүештә биш проценттан алып 10 процентҡаса ташлама бирә.

Белорус аграрийҙары беҙгә ташлама бирә
Белорус аграрийҙары беҙгә ташлама бирә

“Был компаниялар менән килешеүгә беҙ былтыр октябрҙә ҡул ҡуйғайныҡ. Һөҙөмтәлә иген урыу комбайндарының машина комплекттарына 10 процент һәм һөт малсылығы өсөн ҡорамалдарға биш процент ташлама алдыҡ”, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Техник яңыртыуҙы әүҙем башҡарыу 2023 йылғы сәсеү кампанияһын ике-өс көнгә ҡыҫҡартыу мөмкинлеген бирәсәк.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: