Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу үткәреү селтәрҙәренең сифаты тураһында аныҡ мәғлүмәт алыу маҡсатында юридик шәхестәрҙән һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан (улар һыу менән тәьмин итеү һәм һыу үткәреү селтәрҙәренә тоташырға тейеш) һорау алыу ойошторола. Үҙ сиратында инвесторҙарға һыу менән тәьмин итеү һәм һыу үткәреү селтәрҙәренә тоташтырыу ваҡытын һәм башҡа мәсьәләләрҙе билдәләүҙе һорайҙар.
– Һорау алыу һөҙөмтәләренән сығып, бизнесты алып барыу өсөн шарттарға анализ яһасаҡбыҙ, – тип һөйләй Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Палтусов. – Икенсе төрлө әйткәндә, эшҡыуарҙарҙың ниндәй ҡаршылыҡтар менән осрашыуын асыҡ беләбеҙ.
Һорау алыу 2023 йыл һуҙымында дауам итә, уға квартал һайын йомғаҡ яһаласаҡ. Әлбиттә, ул аноним буласаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.