Республиканың төҙөлөш комплексы өсөн үҫешкән инфраструктуралы яңы төҙөлөш майҙансыҡтары булдырыу мөһим бурыс булып ҡала. Был хаҡта Хөкүмәттең Республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы йыллыҡ отчеты барышында Премьер-министр Андрей Назаров һөйләне.
- Федераль үҫеш институттары менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеү инфраструктура булдырыу өсөн “Стимул” программаһы, федераль адреслы инвестиция программаһы һәм “инфраструктура менюһы” сиктәрендә 47 миллиард һум самаһы аҡса йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе, - тип билдәләне Андрей Назаров.
Башҡортостан “Стимул” программаһы сиктәрендә федераль аҡсаны йәлеп итеү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылыҡты биләй.
- 2019 йылдан программа буйынса республика 12 миллиард һумдан ашыу аҡса алды, 17 социаль, инженер һәм транспорт инфраструктураһы объекты төҙөлдө (2022 йылда 5,5 миллиард һумға 7 объект төҙөлдө). 2024 йылдың аҙағына тиклем ошо аҡсаға тағы ла 17 инфраструктура объектын төҙөү планлаштырыла, - тип һөйләне БР төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.
Федераль инфраструктура менюһы сиктәрендә 35 миллиард һумға яҡын аҡса йәлеп ителгән, шул иҫәптән инфраструктура бюджет кредиты 19,6 миллиард һум, «ДОМ.РФ» корпорацияһының инфраструктура бюджет облигациялары 8,4 миллиард һум һәм Милли именлек фондының льготалы займы 6,4 миллиард һум, улар торлаҡ төҙөлөшө өсөн 17 миллион квадрат метрҙан ашыу күләмдә Өфө "Көньяҡ ҡапҡа" һәм "Ағиҙел аръяғы" комплекслы торлаҡ төҙөлөшө проекттары) һәм Нефтекама биләмәләрендә яңы майҙансыҡтар булдырырға мөмкинлек бирә.
- Был программалар проекттарын тормошҡа ашырыу 60 миллиард һумдан ашыу бюджет керемдәрен тәьмин итергә, 640 миллиард һумдан ашыу бюджеттан тыш аҡса йәлеп итергә һәм 26 мең самаһы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Төҙөлөш министрлығы линияһы буйынса «Көньяҡ ҡапҡа» торлаҡ төҙөлөшө сиктәрендә шулай уҡ Өфөнөң Киров районындағы «Кузнецов Затоны» биҫтәһендә 2200 урынлыҡ дөйөм белем биреү мәктәбе төҙөлә. Нефтекама территорияһын комплекслы үҫтереү биологик таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялауҙы һәм төп канализация насос станцияһын төҙөүҙе үҙ эсенә ала.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20583/