Был программа газ бүлеү селтәрен, граждандарҙан түләү алмайынса ғына, йорт хужалыҡтары ситенә хәтлем еткереү мөмкинлеген бирә.
“Газ үткәреү – Башҡортостандағы социаль әһәмиәтле эш йүнәлештәренең береһе. Газ 31 мең йорт хужалығына үткәрелгән, был 94 процентты тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес – 67 процент ҡына. 20 мең йорт селтәрле газға тоташтырылған. 1 428 ауыл һәм ҡасабала 2,2 мең километр газ үткәргес төҙөлдө. 2022 йылғы Газ үткәреү программаһы үтәлде”, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.