Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Апрель 2023, 10:00

Күпләп ҡарабойҙай һәм борсаҡ сәсәсәкбеҙ

Быйыл яҙ иртәләне, ауыл эшсәндәре баҫыу эштәренә тотондо ла инде.

Күпләп ҡарабойҙай һәм борсаҡ сәсәсәкбеҙ
Күпләп ҡарабойҙай һәм борсаҡ сәсәсәкбеҙ

Башҡортостандың ауыл хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәренә тотондо. Ғәҙәттәгесә, миҙгел баҫыуҙарҙа ужым иген культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыуҙан башлана. 31 мартҡа Ҡыйғы, Ауырғазы, Благовар, Бүздәк, Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары ауыл эшсәндәре баҫыу эштәренә тотонған.

“Республикала ауыл хужалыҡтары ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыуға сыҡты, был төбәктең төньяҡ-көнсығышы, атап әйткәндә, Ҡыйғы районы хужалыҡтары баҫыуҙарҙа тәүгеләрҙән булып эш башланы”, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

– Дөйөм алғанда, төбәктә 2 миллион 170 мең гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы сәсеү эштәре планлаштырылған. Ужым культуралары 319 мең гектар самаһында сәселгән, был бер йыл элеккегә ҡарағанда 56 мең гектарға күберәк. Шул уҡ ваҡытта ужым культураларының 94 проценты яҡшы һәм ҡәнәғәтләнерлек хәлдә. Яҙғы иген культураларын 1 миллион 440 мең гектарҙан ашыу майҙанда сәсергә планлаштырабыҙ. Ҡарабойҙай һәм борсаҡ майҙандары арттырыласаҡ. Техник культуралар менән майҙандар 7,8 мең гектарға артасаҡ, тәү сиратта шәкәр сөгөлдөрө һәм майлы культуралар сәсеүлектәрен арттырыу иҫәбенә, – тип белдерҙе министр.

Иген үҫтереү буйынса республикала алдынғы урындарҙа торған Илеш районында ла баҫыу эштәре ҡайнай.

–  “Үҙәк” МТС-ының Илеш филиалы, “Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, М. Гәрәев исемендәге хужалыҡ тәүгеләрҙән булып күп йыллыҡ үләндәрҙе һәм ужым культураларын туҡландыра башланы. Район хужалыҡтарына быйыл 69 мең гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы сәсеү үткәрергә тура килә, шул иҫәптән техник культуралар – 4522 гектар, мал аҙығы культуралары – 18,1 мең гектар, кукуруз – 5665 гектар һәм игенгә кукуруз 195 гектар майҙанды биләргә тейеш. Башҡа хужалыҡтарға ла эште тиҙләтергә һәм башларға кәрәк, сөнки юҡҡа ғына мәҡәлдә “Яҙғы көн йылды туйҙыра” тип әйтелмәгән. Ауыл эшсәндәренә уңыштар һәм уңайлы һауа торошо теләйем! Хәйерле сәғәттә! – тине Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин.

Фото “Маяҡ” гәзите төркөмөнән алынды.

Видеояҙма: Илдар Мостафиндың “Бәйләнештә” социаль төркөмөндәге сәхифәһенән.

Күпләп ҡарабойҙай һәм борсаҡ сәсәсәкбеҙ
Күпләп ҡарабойҙай һәм борсаҡ сәсәсәкбеҙ
Күпләп ҡарабойҙай һәм борсаҡ сәсәсәкбеҙ
Күпләп ҡарабойҙай һәм борсаҡ сәсәсәкбеҙ
Күпләп ҡарабойҙай һәм борсаҡ сәсәсәкбеҙ
Күпләп ҡарабойҙай һәм борсаҡ сәсәсәкбеҙ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: