"Рәсәй" медиаүҙәгендә, Башҡортостандың "Яңы осор өсөн көслө идеялар" тигән форумында ҡатнашыуы сиктәрендә, матбуғат конференцияһы ойошторолдо.
"Яңы осор өсөн көслө идеялар" форумы – Рәсәйҙә иң ҙур сараларҙың береһе. Быйыл форум Мәскәү ҡалаһында 28-29 июндә уҙғарыла. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, ул йыл да үткәрелә башланы.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, республикабыҙҙың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, бындай форумдың үтеүе һәр йәһәттән дә отошло, унда Башҡортостан үҙен иҡтисади яҡтан ныҡлы үҫешкән төбәк итеп күрһәтә. Башҡортостандың рейтингы илебеҙ төбәктәре араһында үҫә бара, беҙҙә көслө һәм ҙур идеялар менән янған шәхестәр күп.
"Агентство стратегических инициатив по продвижению новых проектов" тип аталған автономиялы коммерцияға ҡарамаған аппараттың етәксеһе – генераль директор урынбаҫары, "Развитие регионов и инвестиции" исемле дивизиондың директоры Игорь Карачиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, былтыр ошо форумда Рәсәйҙең 85 төбәгенән 310 мең кеше ҡатнашһа, быйыл унан да күберәк кешенең ҡатнашыуы көтөлә.
Фото: Илдар Аҡъюлов.