Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Апрель 2023, 15:20

Йәшәүгә яраҡһыҙ торлаҡтан күсереү дауам итә

Башҡортостан алданған өлөшсө булып, хоҡуҡтары тергеҙелгән граждандар буйынса төбәктәр араһында тәүге бишәү иҫәбенә инде. 

Йәшәүгә яраҡһыҙ торлаҡтан күсереү дауам итә
Йәшәүгә яраҡһыҙ торлаҡтан күсереү дауам итә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа йыллыҡ отчет яһап, төҙөлөш комплексы эшмәкәрлеген билдәләне.

Премьер-министр Башҡортостандың льготаға эйә булған граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән алға китеүен билдәләне, тип хәбәр итте республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.  

- Финанслауҙы арттырҙыҡ. Дүрт йыл эсендә - 12 миллиард һумға тиклем. Торлаҡ менән (етем балалар һәм инвалидтар) тәьмин ителде йәки уны һатып алыуға сертификаттар (күп балалы һәм йәш ғаиләләр, һуғыш ветерандары, мәжбүри күскенселәр, беренсе бала тыуғанда) алды, - тине Андрей Назаров.

Башҡортостан алданған өлөшсө булып, хоҡуҡтары тергеҙелгән граждандар буйынса төбәктәр араһында тәүге бишәү иҫәбенә инде. 

- Һуңғы биш йылда  7 842 өлөшсөнөң хоҡуғы тергеҙелде. Был – проблема тарихында иң күбе. Проблемалы объекттар реестрынан 117 йорт алынды, шул иҫәптән – күбеһе былтыр, - тине Андрей Назаров.

Төбәктә әүҙем эш алып барылған йүнәлеш – граждандарҙы 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авариялы торлаҡтан күсереү. 

- Дүрт йыл эсендә ете меңгә тиклем кешене 86 мең квадрат метр авариялы торлаҡтан күсерҙек. Был маҡсатта 1,7 миллиард һум аҡса йүнәлттек, - тине Андрей Назаров.

Йәшәүгә яраҡһыҙ торлаҡтан  күсереү “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло кәметеү” федераль проектына ярашлы алып барыла.

Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20580/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: