

Башҡортостан Республикаһының Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты "Фабрикант" һәм "Сбер А" һатып алыуҙар өлкәһендә электрон сауҙа майҙансыҡтары менән берлектә 2023 йылдың 25 майында "Һатып алыуҙар-2023" төбәк-ара конференцияһын үткәрә.
Федераль спикерҙар: Рәсәйҙең Финанс министрлығы, Федераль ҡаҙналыҡ, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәте вәкилдәре. 500-ҙән ашыу ҡатнашыусы килер тип көтөлә.
Конференция ҡыҙыҡһынған кешеләрҙең һатып алыу эшмәкәрлегенә йәлеп итеүсәнлеген арттырыуға, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль заказсыларҙың һатып алыуҙар өлкәһендә төп компетенцияларын арттырыуға йүнәлтелгән.
Фото all-events.ru